+30 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
12 Июнь 2025, 05:30

Бөгөн - икеләтә байрам

12 июндә, күп милләтле илебеҙ үҙенең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй. Был байрам Ватанын яратҡан, Рәсәйҙең азатлығы, бөйөклөгө һәм именлеге хаҡына быуаттарҙан килгән дөйөм халыҡ берҙәмлеге традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаған барлыҡ кешеләр өсөн дә ҡәҙерле.

Бөгөн - икеләтә байрамБөгөн - икеләтә байрам
Бөгөн - икеләтә байрам

Бәхетленең байрамы бергә, тигәндәй, бөгөн – шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың тыуған көнө лә. Байрам уңайынан республикабыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә төрлө мәҙәни күңел асыу саралары, спорт ярыштары үтә, яңынан-яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Өфөбөҙ йылдан-йыл үҫә, матурлана. Барығыҙҙы ла байрам менән! Күгебеҙ тыныс, аяҙ булһын, шатлыҡ менән тыуһын таңдарыбыҙ, илебеҙ имен булһын!
Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, киләсәккә ышаныс һәм эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас