+30 °С
Болотло
Иҫтәлекле көндәр
17 Июнь 2025, 03:20

Китап байрамы – ҺӘНӘК байрамы!

Быйылғы III Халыҡ-ара китап фестивале — «Китап-Байрам» — 30 майҙа Өфөлә айырыуса әһәмиәтле сараларҙан башланып китте. Башҡортостан Яҙыусылар союзының тарихи бинаһы яңыр­тылып, тантаналы рәүештә асылды. Элекке ижад усағына яңы төҫ, яңы йән өҫтәлде. Ошо уҡ урында яңы ял майҙансығы — «Өфө йүкәләре» скверы ла файҙаланыуға тапшырылды. Был сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та, Мәскәүҙән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Шулай итеп, байрам – китап байрамы ғына түгел, ижад тантанаһы ла булып башланды. Тышлыҡтағы малай төштө лә... Журналдың тышында ғына логотип рәүешендә баҫып торған Һәнәк малай быйыл, тып итеп, биттән төшөп, Өфө урамдары буйлап атлап китте. Һәнәк халыҡ араһына сыҡты... йә, дөрөҫөрәге — ҡайтанан сыҡты.Күптәр: “Бына бит ул, беҙҙең бала саҡтағы тышлыҡтағы малай!” — тип килеп, фотоға төштө, ихлас аралашты, ҡосаҡланы, ҡулына һәнәкте тотоп ҡараны. Берәүҙәре шунда уҡ яҙылды, икенселәре иҫтәлеккә яңы һанды алып китте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов та (фотола) был ижади алымға ыңғай баһа бирҙе.Костюм редакция хеҙмәткәрҙәре тырышлығы һәм «Башҡортостан Республи­каһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәсүл Сәфәрғәлиевтың шәхси ярҙамы менән тиҙ арала тектерелеп, байрамға өлгөртөлдө. Коллегаларыма һәм Рәсүл Рәүеф улына оло рәхмәт.Шулай уҡ Артур Василов сара ваҡытында «Һәнәк»кә яҙылған һәр кемде үҙенсәлекле портреттар менән һөйөндөрҙө.Ә беҙ байрамдан дәртләнеп, илһамланып, «Һәнәк»тең кәрәклеген тойоп, яңы ижади пландар менән ҡайттыҡ. “Шаярта белмәйем...” Китап байрамында журнал таратып йөрөйбөҙ. Бүләктәр бар, шәп акциялар бар — әйҙә, ҡыуан, яҙыл!Бер олпат ағайға барып өндәштем:— Ағай, әйҙәгеҙ әле, «Һәнәк»кә яҙылығыҙ! Бер юлы «Һәнәк»ле лә, бүләкле лә булырһығыҙ!Ағай ҡапыл туҡтап ҡалды, йөҙө етдиләнде лә:— Юҡ, ҡустым. Мин шаярта белмәйем... Көлкөлө әйберҙәр уҡымайым. Хатта бер нисә тапҡыр тоҙһоҙ шаяртып, ғәйепкә ҡалған инем — шунан бирле көлкө менән араны өҙҙөм. Хәҙер бүтәнде көлкөгә ҡалдырмаҫҡа тырышам. Сөнки... үҙем көлкөгә ҡалғым килмәй.Шул мәлдә уның тауышында трагедия ла, фәлсәфә лә, бәлки, үпкә лә бар һымаҡ тойолдо. Мин өндәшмәнем. Сөнки аңланым: шаяртырға өйрәнеү өсөн, ҡайһы саҡ... «Һәнәк»тән башларға кәрәк!  

Китап байрамы – ҺӘНӘК байрамы!Китап байрамы – ҺӘНӘК байрамы!
Китап байрамы – ҺӘНӘК байрамы!

***

Өфөләге Совет майҙанында йыл һайын үткәрелгән сара матур традицияға әүерелде. Хәҙер инде баш ҡала халҡынан тыш, республиканың ауыл-ҡалаларынан да ошо байрамға махсус килеүселәр арта бара. Дүрт сит илдән, 26 төбәктән ҡунаҡтар булыуын өҫтәйек. Өс көн эсендә барлығы 200 меңгә яҡын кешенең майҙанға килеүе, барлығы 14 миллион һумлыҡ китап һатылыуы тап ошо хаҡта һөйләй.
“Һәнәк” редакцияһы республикала ғына түгел, ил күләмендәге был ҙур сараның уртаһында булды. Майҙанға килгән халыҡ журнал дуҫтары – “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада театрының “Китап уҡыу” интермедияһын бик оҡшатты. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтовтың күренекле шағирҙарҙың һәм үҙенең сатирик шиғырҙары, Валерий Назаровтың матур йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә инде күптәрҙең яратҡан йырсыһы Харис Шәриповтың сығыштарын көтөп алдылар. Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның әйтеүенсә, баҫманан бөтөнләй айырылғаны юҡ, айырыуса һуңғы йылдарҙа уҡымлы материалдарҙың күп булыуы уны ҡыуандыра икән.
“Һәнәк”тең элекке баш мөхәррире Марсель Сәлимов, сатирик Леонид Соколов та ошо сара сиктәрендә майҙан тотоп, халыҡты ҡыуандырҙы. Ә редакция хеҙмәткәрҙәре иһә журнал менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны алдырып уҡырға теләүселәр арта барыуына ҡыуанышты.
Ә ниңә тәнҡит юҡ, “Һәнәк”тең тәғәйенеше шул бит, тип әйтер талапсан уҡыусы. Рәхим итегеҙ! Беренсенән, китаптарҙың хаҡтары осһоҙ түгел, эшҡыуарҙар байрам ҡыуанысынан үҙ тауарын ҡыйбатыраҡҡа тәҡдим итте, буғай. Белорус дуҫтарҙың китаптары ғына һиҙелерлек осһоҙ күренде. Икенсенән, ул көндәрҙә Совет майҙанына барып етеү үҙе ҙур батырлыҡ ине. Мәҫәлән, йәкшәмбе велосипедта уҙышыусылар хөрмәтенә ҡаланың төп урамдары ябылды, кешеләр китап алыу өсөн байтаҡ араны тәпәнләп үтергә мәжбүр ине. Өсөнсөнән, майҙандың ике тиҫтәләп майҙансығында бер юлы барған саралар буйынса йүнәлеш, аңлатма биреү етмәне.
Дөйөм алғанда, дан сара ул Китап байрамы! Киләһе йылға мотлаҡ килегеҙ, онотолмаҫ тәьҫораттар, рухи аҙыҡ алып ҡайтырһығыҙ!

М. Мөхәмәтов.

Китап байрамы – ҺӘНӘК байрамы!
Китап байрамы – ҺӘНӘК байрамы!
Автор:
Читайте нас