

Быйыл МХО геройҙары иҫтәлегенә айырым иғтибар биреләсәк. ВДВ-ның 95 йыллығын байрам итеү нигеҙендә Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы буласаҡ. Өфө егете махсус хәрби операция мәлендә үҙенең батырлығы менән билдәле, 2022 йылда үҙенең ғүмерен ҡорбан итеп, иптәштәрен ҡотҡарған.
“Первушино” пилотаж төркөмө сығыштары, парашюттан һикереүҙәр һәм ДОСААФ аэроклубының легендар АН-2 самолеты осошо көтөлә.
Байрамдың кульминацияһы Рәсәй Оборона министрлығының “Зәңгәр береттар” вокаль-инструменталь концерты буласаҡ, ул 14.30-ҙа башлана. Улар башҡарыуында десантсыларҙың яратҡан йырҙары яңғыраясаҡ, улар ҡабатланмаҫ байрам, намыҫ һәм батырлыҡ рухы тыуҙырасаҡ. Бөтә ғаиләгеҙ менән килегеҙ!