

Бәхетле еңеүселәр:
Иҙ ҙур бүләкте – Озонатор-ионизатор (һауа һәм һыуҙы сафландырыу өсөн ҡоролма) Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА отто.
Дүрт режимлы массажер Благовар районы Языково ауылында йәшәүсе Рафаил ШАФИҠОВҡа юллана.
” Спортмастер” магазиндар селтәренән 5 000 һумлыҡ 5 сертификатты:
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Рәзиф ХӘЙРУЛЛИН;
Баймаҡ районы Темәс ауылынан Венера ИРНАЗАРОВА;
Әбйәлил районы Буранғол ауылынан Айгөл БАЯЗИТОВА;
Белорет районы Оло Йылға ауылынан Әлфиә ИСМӘҒИЛЕВА;
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Флүрә ХИСАМЕТДИНОВАлар алып ҡыуаныр.
Аҡыллы колонка Өфө районы, 8-се Март ауылында йәшәүсе Рәшиҙә ВӘЛИЕВАға булды.
Универсаль бешергес (пекарь) Ғафури районы Красноусол ауылынан Нурия ҠУЖИНАға юллана.
Уйын барышында Рафиҡ Ноғоманов журналға яҙылыусыларыбыҙҙы дәртләндереп, йәнә бер нисә бүләк тәҡдим итте:
*Башҡорт ырыуҙары тарихы күп томлығынан – “Үҫәргән” (2 дана) китаптары Өфө ҡалаһынан Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВАға һәм Баймаҡ районы, Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Нурия СОЛТАНГИЛДИНАға эләкте.
Башҡортостан тураһындағы махсус сығарылыш альбомдары (3 дана): Ғафури районы, Ҡауарҙы ауылынан Мөнирә ЛАТИПОВА, Баймаҡ районы, Ғүмәр ауылынан Зифа АҠСАРИНА һәм Баймаҡ районы, Баймаҡ районы Билал ауылынан Гөлдәр ӘЛИБАЕВАға юллана.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бергә булайыҡ. Йөҙ йыллыҡты яҡты йөҙ менән ҡаршылайыҡ!