+3 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Иҫтәлекле көндәр
10 Апреля , 05:00

Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?

Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә үткәрелә.

Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?
Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?

Йыл һайын Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта тура эфирҙа билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм йәмәғәт лидерҙары ҡатнаша. Быйыл да был матур йоланы дауам итеп, башланғыс кимәл өсөн диктантты популяр йәш йырсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Арыҫлан Тимеров (Baby Ti) уҡый.

Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар диктантты танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов уҡыуында яҙырға мөмкин.

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн тексты башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой нәҫеленең бишенсе быуын вәкиле, Әнғәм Атнабаев исемендәге тарихи-әҙәби музей етәксеһе Эльмира Абулкарамова уҡый.

Диктантты 17 апрелдә онлайн форматта түбәндәге һылтанмалар аша ҡарап яҙырға мөмкин:

Бәйләнештә: https://vkvideo.ru/video-27097047_456298065

Класташтар https://ok.ru/live/13038853234359

Rutube: https://rutube.ru/video/3d774a8e15ea06f7cb183b0ada2aca70/

Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?
Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?
Кемдәр диктан яҙҙыртасаҡ?
Автор:
Читайте нас