

“ИНОПЛАНЕТЯН-ТҮРӘ”
Ауыл старостаһы халыҡты сходҡа йыйған да:
– Ауылдаштар! – тигән, – алдынғы фермер, районыбыҙҙағы иң ҙур хужалыҡ етәксеһе Тимер Томоров Марс планетаһын уңдырышлы ерҙәргә әйләндереү халыҡ-ара программаһына йәлеп ителде. Тимер ҡустының ғаиләһенә аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға тәҡдим итәм. Изге күңелле кешеләр биргән аҡсаға теләгән әйбереңде алырға була бит. Был мөҡәддәс һәм үтә лә яуаплы эште... ы-ы... үҙем етәкләргә ризамын. Йәгеҙ, кемдә ниндәй тәҡдимдәр булыр?
Халыҡ геү итеп ҡалған. Иң алда ултырған бер аҡһаҡал:
– Беҙ Тимер ҡустының ғаиләһенә, – тигән ҡарт, – бесәнен дә алып ҡайтырбыҙ, утынын да килтерербеҙ, кәрәкһә, башҡа төрлө ярҙамыбыҙ ҙа тейер. Тик, староста иптәш, ҡустыға бер генә теләк еткерергә ине бит әле...
– Ниндәй теләк, ағай?
– Марстан урлашмаған-алдашмаған, ришүәтсе алдында «иремәгән» инопланетян-түрә алып ҡайтһын әле!
Илеш БУЛАТОВ.