+8 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Иҫтәлекле көндәр
15 Апреля , 07:45

Бөгөн - милли кейем көнө!

Милли кейем көнө – ул рух, милли үҙаң сағылышы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү сараһы. Тамырҙарына, тарихына, ғөмүмән, үткәненә иғтибарлы булған, уға хөрмәт менән ҡараған халыҡтың киләсәге лә бар.

Бөгөн - милли кейем көнө!Бөгөн - милли кейем көнө!
Бөгөн - милли кейем көнө!

Был көн Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә. Байрам саралары ваҡытында беҙ бер-беребеҙҙең милли йолаларын күрәбеҙ, туған телдәребеҙ яңғырашына ҡолаҡ һалабыҙ, милли кейемдәребеҙҙең матурлығына, байлығына һоҡланабыҙ. Һәм ошо тойғолар аша нисәмә төрлө милләт вәкилдәре өсөн изге тыуған ер булған Башҡортостаныбыҙға, уның аша оло Ватаныбыҙға һөйөүебеҙ көсәйгәнен аңғарабыҙ, күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо артҡанын һиҙәбеҙ.

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас