+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Иҫтәлекле көндәр
20 Апреля , 13:00

IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе әҙәбиәт һөйөүселәрҙе берләштерәсәк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығындағы күләмле мәҙәни сара быйыл да Өфөнөң Совет майҙанында 28–30 майҙа үтә.

IV ХАЛЫҠ-Ара китап йәрминкәһе әҙәбиәт һөйөүселәрҙе берләштерәсәкIV ХАЛЫҠ-Ара китап йәрминкәһе әҙәбиәт һөйөүселәрҙе берләштерәсәк
IV ХАЛЫҠ-Ара китап йәрминкәһе әҙәбиәт һөйөүселәрҙе берләштерәсәк

Йәрминкә йыл һайын Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йыя, ә килеүселәр һаны тиҫтәләрсә меңләп иҫәпләнә. Йәрминкәне уҙғарыу йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Республикаһы «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына лайыҡ булды. Был инде проекттың федераль кимәлдәге әһәмиәтен һәм юғары кимәлдә ойошторолоуын белдерә.

Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй китап союзы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Быйыл Китап байрамы Союздың партнерлыҡ ярҙамы менән уҙғарыла, был профессиональ программаны киңәйтеү, алдынғы нәшриәттәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу һәм проекттың федераль әһәмиәтен көсәйтеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Өс көн барған Китап байрамында көн һайын иртәнге 10-дан алып киске 10-ға тиклем бай программа тәҡдим ителә: тематик зоналар, китап яңылыҡтары презентациялары, яҙыусылар һәм нәшриәтселәр менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, дискуссиялар һәм бөтә ғаилә өсөн мәҙәни саралар.

Эшлекле һәм мәҙәни программаға ярашлы, йәрминкәнең һәр көнө үҙенең тематик йүнәлешенә эйә була: беренсе көн – халыҡтар берҙәмлегенә, икенсеһе – традицион ғаилә ҡиммәттәренә, өсөнсөһө-Рәсәй тарихына, хәтергә һәм үткәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арнала.

Белем программаһына айырым иғтибар бирелә. Ул Рәсәйҙ «Белем» йәмғиәте ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Патриотик майҙансыҡ сараның мөһим өлөөнә әйләнәсәк.

Быйылғы китап байрамы республикабыҙҙың бөтә ҡала, райондарын солғап ала. Берҙәм Китап календары Өфөнән ситтәге мөһим ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Был саралар 27 майҙа – Бөтә Рәсәй китапханалар көнөндә башлана, был республикалағы проекттарҙы федераль кимәлдәге менән берләштерергә ярҙам итә.

Китап байрамы – мәҙәни тәртипте формалаштырған, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм Өфөнөң Рәсәйҙең әҙәби тормошо үҙәктәренең береһе тигән статусын нығытҡан мөһим ваҡиға. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яҙҙың иң сағыу мәҙәни ваҡиғаларының береһенә ҡушылырға саҡырабыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Китап байрамы Башҡортостан Республикаһы Башлығы инициативаһы буйынса Һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында 2023 йылдан алып үткәрелә. Был ваҡыт эсендә проект республиканың төп мәҙәни ваҡиғаларының береһенә әүерелеп, федераль кимәлдә лә танылыу алды.

Рәмилә Ғатауллина.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-04-20/bash-ortostan-d-rtenseg-kitap-bayramyn-arshylay-4658470

Автор:
Читайте нас