

Осрашыуҙы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, шағир Айнур Үтәев асты. Ул йәмғиәттәге кире күренештәр менән көрәштә сатира һәм юморҙың роле баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне.
Илгиз Ишбулатов баҫманың бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы. Сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов 101 йыллыҡ тарихы булған «Һәнәк»тең данлы үткәненә байҡау яһаны. Экранда күрһәтелгән архив фотолары һәм карикатуралар буласаҡ филологтар өсөн үҙенсәлекле күргәҙмә ҡулланма булды.
Студенттар Марсель Сәлимовтың шиғырҙарын яттан уҡыны, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Журналға яҙылыусыларға рәссам Артур Василов үҙенең һүрәттәрен бүләк итте.
Шул уҡ көндө сатириктар ҡаланың Пионерҙар йортонда бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған тамашала ҡатнашты.
Марсель Сәлимов Туҡайҙың төрки донъяһында иң тәүге сатириктарҙың береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илгиз Ишбулатов иһә журналдың һуңғы һанында донъя күргән Вәлит Илембәтовтың «Туҡай» шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Фото: https://vk.ru/album-153122170_310762630