+3 °С
Облачно
Иҫтәлекле көндәр
23 Апреля , 06:50

ЮҠ МЕНӘН БУЛМА, ТИГӘНДӘРГӘ ИҪЕМ КИТМӘНЕ...

Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Ырыҫҡужина 1976 йылдың 24 апрелендә Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған. Яҙыусы, журналист. 2001 – 2013 йылдарҙа «Һәнәк” журналында эшләй. *** Был жанрҙа гүзәл зат ижадсылар һирәк осрай. Ғәҙәттә, йәмғиәттәге кире яҡтарҙы ҡыйыш атып тура тейҙереүселәр – ир-егеттәр. Ҡатын-ҡыҙ араһынан сыҡҡандар иһә берәгәйле, ҡәҙерле була. Башҡорт әҙәбиәтендә юмореска жанрында әүҙем эшләгән Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА – тап шундай заттарҙан. – Бала саҡта уҡ шаян, үткер ҡыҙ булдығыҙмы? – Тура һүҙле инем. Шаян да инем. Кинәйә менән һөйләшә торғайным. Үткерлегемде лә иҫләйем. Биш йәштәр тирәһе булдымы икән, алыҫтан әсәйемдең ике туған апаһы ғаиләһе менән беҙгә килде. Элек уларҙы күрмәгәс, белмәгәс, танымайым. Ҡапҡанан күмәк кешеләр инеп килгәнен күреп, ҡаршы сыҡтым да: “Мин һеҙҙе белмәйем, беҙҙең ундай туғандар юҡ. Теләһә кемдәр инеп, бәләкәй һеңлемә һоҡланып, күҙ тейҙерә лә ҡуялар. Шунан бәпәй көнө-төнө илай”, – тип, тупһа аша үткәрмәйем тегеләрҙе, ҡаты торам. Арыһағыҙ, һыу эсә тороғоҙ тип, бер сүмес һыу, ике телем икмәк алып сығып бирҙем... Күңелһеҙ булмаһын тип, эргәләрендә ҡыҙыҡтар һөйләп, шиғыр ятлап йөрөйөм, йырлап-бейеп тә күрһәттем. Кискеһен генә, атай менән әсәй эштән ҡайтып, ҡунаҡтарҙың кем икәнлеген аңлатҡас, өйгә индерҙем тегеләрҙе. Әсәй минең өсөн оялған булды.

ЮҠ МЕНӘН БУЛМА, ТИГӘНДӘРГӘ ИҪЕМ КИТМӘНЕ...ЮҠ МЕНӘН БУЛМА, ТИГӘНДӘРГӘ ИҪЕМ КИТМӘНЕ...
ЮҠ МЕНӘН БУЛМА, ТИГӘНДӘРГӘ ИҪЕМ КИТМӘНЕ...

– “Һәнәк” журналы тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнай?
– “Һәнәк” уҡып үҫкән быуын беҙ. Альфред Штабелдең шаян һүрәттәренә һоҡланып, эскерһеҙ көләмәстәр, ысын юмористик хикәйәләр, фельетон, сатираның ни икәнен күреп үҫтек. Әйткәндәй, Альфред Артур улын иҫән сағында күреп ҡалыуым менән бәхетлемен. Элек кеше, “Һәнәк”кә эләгеп ҡуймайыҡ, оят булыр, ти торғайны.
Юғары уҡыу йортон тамамлағанда, минең диплом эшемдең темаһы “Сатирик публицистика” ине. Ул заманда (ныҡ оло кеше һымаҡ, элекке заманды күп һөйләрмен инде), интернет юҡ, диплом эшен дә ҡулдан яҙабыҙ. Мин һуңғы ике курста уҡығанда, “Һәнәк” журналына эйәләшеп алдым. Шулайтмай ҙа булдыра алмай инем. Китапханаға сират, уныһына ла алдан яҙылырға кәрәк. Тағы килеп унда оҙаҡ итеп тә ултырыр форсат юҡ. “Урын бушатығыҙ”, – тип ҡыуалай башлаған осраҡтар ҙа булғылай ине. Ә редакцияға килһәң, материал күп, ҡыуған кеше лә юҡ. Өҫтәүенә, бик етди ағайҙарҙың шаяртыуҙарына рәхәтләнеп көлөп, уларҙың тәмле сәйҙәрен эсеп (90-сы йылдар, ауыр заман, ауылға ярты йылға бер ҡайтҡан студент өсөн бик һәйбәт булып ҡалғандыр) ҡайтып китәһең. Баш мөхәррир Мар. Сәлим, кабинетынан килеп сығыр ҙа: “Студентҡа эшләргә ҡамасауламағыҙ инде, яҙһын”, – тип тыйыр ине ағайҙарҙы. Диплом яҡлағанда, Марсель Шәйнур улы ла килде. Нимә генә яҙған булды икән был, тип килгәндер, тип уйланым уйлауын, ләкин бик яҡшы итеп эшемде яҡлай алыуымда ышанысым бар ине. Яҡланым, комиссия алдына Сәлимов ағай сығып, миңә рәхмәт әйтте: “Ниһайәт, беҙҙең юморҙы ла тикшереүсе табылды. Бик аңлап яҙылған хеҙмәт. Беҙ, журналдың киләсәген уйлап, һеҙҙе редакцияға эшкә саҡырабыҙ”, – тине. Бына шулай итеп барып индем ул баҫмаға. Минең менән шаярып ҡына һөйләшеп ултырған ағайҙар, уҫаллыҡтарын да күрһәтеп, был жанрҙа ҡатын-ҡыҙға урын юҡ, тип тә әйтеп ҡаранылар. Унда ағайҙарҙан тыш бер апай ҙа бар ине, уның теле тағы ла яманыраҡ. Уларҙың шул яманлыҡтарын киләсәктә юморескаларыма ла индереп ебәрәсәгемде белмәйҙәр ине әле (Авт.: көлә). Шөкөр, бирешмәнем. Арттарынан йүгереп йөрөп журналда эшләргә, фельетон, юморескалар яҙырға ла өйрәндем. Кемеһелер, юҡ менән булма, тигәненә лә иҫем китмәне. Ташлап сығып китке килгән мәлдәр ҙә булманы түгел... Ләкин “Һәнәк” мәктәбе”н үтергә тейешлегемде белдем. Рәдиф Тимершин, Фират Хажиев, Риф Мифтахов, Мансаф Ғиләжев, Орбелий Әхмәтовтарҙы бөгөн һағынып, рәхмәтле булып иҫкә төшөрәм.
– Юмореска яҙыр өсөн идея-темаларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
– Юмореска яҙыу – ул ҡыҙыҡ күренгән хәлде хикәйәләү түгел. Үкенескә, уны аңламағандар, шундай яҙмаларын “юмореска” тип атарға тартынмай. Йәки көләмәсте юмореска тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел. Мәсьәлә сисеү һымаҡ ул был жанрҙы асыу. Еңел шаярыу аша оло мәғәнә биреп яҙылған әҫәр юмореска булып йәшәргә хоҡуғы бар. Әгәр беҙ ниндәй ҙә булһа кәмселекте фашлау өсөн ҡаты шаярыу менән яҙһаҡ – сатира була. Еңел жанр түгел икәнлекте лә аңлау мөһим. Ә һеҙҙең һорауға яуап ябай ғына: темаларҙы тормоштан алам. Үҙем уйлап сығарған бер генә әҫәрем дә юҡ.
– Һеҙ башҡа жанрҙа ла ижад иткән кеше. Шиғырҙа, хикәйәләрегеҙҙә лә юморға урын ҡаламы?
– Шиғриәттә ҡулланғаным юҡ. Шуға юморы булған шиғыр яҙа белгән шағирҙарға һоҡланып ҡарайым. Ғөмүмән, ысын юморист яҙыусылар ҙа һоҡланыу уята. Ә хикәйәләремдә шаян геройҙарыма урын табыла.
– Ғәҙәттә, юморға бай кешеләр ысынбарлыҡта етди кеше була тиҙәр...
– Ысынлап та, бар ундайҙар. “Дан туртаһы” сатирик романы авторы Агиш Ғирфановты бик етди булған, тиҙәр. Ә Фират Хажиев үтә етди ине. “Бигерәк правильный” тиҙәр бит әле, ана шундай булды Фират ағай. Уның алдында ауыҙ асып нимәлер әйтергә ҡурҡа инем. Етмәһә, юморескаларын етди итеп, ҡалын тауышы менән уҡый. Ныҡ ҡыҙыҡ булһа, коридорға йүгереп сығып китеп көлә торғайным.
Был һорауҙы үҙемдең яғыма бороп яуап бирергә тейеш икәнлегемде аңлайым, ләкин мин етди түгел: көлә торған ерҙә ҡысҡырып, унан ҡалһа, тәгәрәп ятып көләм, илай торған урында – илайым. Тик үҙем яҙғандарҙан көлә алғаным юҡ... Яҙған ваҡытта ла һалҡын аҡыл менән етди ултырып яҙам. Шунан һалып ҡуям. Бер нисә көндән асып, сит кеше һымаҡ уҡыйым да, Венер Исхаҡовҡа, Марат Әминевҡа күрһәтәм. Беҙ – бер мәлдәрәк ошо жанрҙа эшләй башлаған ижадсылар. Шуға юҡ-юҡта ижад емештәребеҙ тураһында әңгәмәләшеп алыуыбыҙ тәбиғи. Бында юмор юҡ, тип ҡарар сығарып ҡуйған мәлдәр ҙә бар. Ҡайһы саҡта жанр үҙгәреп, ябай хикәйә, йә повесҡа әйләнеп, үҫеп китә. Әгәр юмореска бар параметрҙар буйынса ла тап килә икән, ысын юморис­тар тәнҡитенән һуң яңынан ҡарап сығам да, “Һәнәк”кә юллайым. Ә тәүге юморескаларым “Йәшлек”, “Ҡыҙыл таң”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә сыҡты. Элек Мөнир Ҡунафин минең яңы юморескалар тыуғанын көтөп кенә йөрөп, “Йәшлек”кә индереп ебәрә торғайны. Бөгөн дә Мөнир ағайҙың фекере миңә бик ҡәҙерле. Эргәмдә шундай ышаныслы кешеләр булыуы менән бәхетлемен.
– Халыҡ тик юморескаларҙан ғына торған китапты уҡыймы икән?
– Әлбиттә. Минең “Эй, әттәгенәһе!..” тип аталған тәүге китабым 2011 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡайны. Тиҙ арала таралып бөттө. Ауылдаштарым китаптың исем туйын үткәрҙе. Юморескаларымдың прототиптары үҙҙәрен таныуҙары тураһында көлә-көлә һөйләне, араларында үпкәләгәндәре булманы. Ғөмүмән, беҙҙә юморҙы аңлаған, яратып уҡыған халыҡ йәшәй.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА әңгәмәләште.

"Күлдәклек" юмореска - Рәзилә Ырыҫҡужина: https://henek.info/articles/++--/2022-03-09/k-ld-klek-2719650

Автор:
Читайте нас