

Элегерәк, 1 майҙа, транспаранттар тотоп урамдарҙы бер итеп йөрөү традицияһы булһа, хәҙер туғандар, дуҫтар менән осрашып күңел асыу, бер ыңғайҙан баҡса эштәре менән булашыуға ҡайтып ҡала. Кем көрәк, кем һәнәк, кем башҡаһын тота, тигәндәй. Традициялар ғына үҙгәрмәй, тәбиғәт тә сюрприздарын күрһәтеп тора. Берсә аптыратып ҡар яуа, әсе елдәр тынмай. Әммә барыбер донъя йәшәрә, тәбиғәт йәшелләнә. Тышта һалҡыныраҡ булһа ла күңелдәребеҙ, бер-беребеҙгә мөнәсәбәтебеҙ йылы булһын! Ҡояш болоттарға йәшенһә, йөрәктәребеҙ изгелек, һөйөү нуры сәсһен! Эргәлә яҡындарығыҙ булһын, ял сәғәттәрегеҙҙә ҡулығыҙҙан “Һәнәк” журналы төшмәһен – ул сағында кәйефегеҙ шәп, уйҙарығыҙ изге булыр!Байрам менән, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!
Артур Василов һүрәте.