

ҺАЛЫМ
Беҙҙең халыҡ йор һүҙле бит. Бер саҡ алыҫтағы ауылдан минең исемгә хат килеп төштө.
«Һалым инспекцияһы, ҡиммәтле конвертҡа һалып, почта аша беҙҙең бурыс хаҡында белдереү ҡағыҙы ебәргән. Бурыс – теүәл 10 һум, ғаиләләге өс кешегә – 30 һум.
Шуны түләр өсөн, автобусҡа ултырып, район үҙәгендәге банкка килдем. Билет хаҡы 40 һумға төштө. Банкка барып еткәнсе ҡала автобусына ла түләргә тура килде. Ас йөрөп булмай бит инде. Ашханаға кереп төшкө аш ашаным. Утыҙ һум бурысты түләү 200 һумға барып баҫты.
Һалымды арттырһындар ине. Ул сағында түләргә килеү был тиклем ҡиммәткә төшкәндәй булмаҫ, күңелебеҙ тыныс булыр ине. Әйткәндәй, конверт хаҡы ла, бурыс хаҡын уҙып китә бит әле».
“ҠОТЛАУ ХАТЫ”
Бер район гәзитендә сыҡҡан мәҡәлә башы шулай атала ине. Кемдең ҡотон алалар икән, ниңә был ике һүҙ ҡушылып яҙылған, “ы” хәрефе лә төшөп ҡалған, тип уҡый башлағас, бында һүҙҙең ҡот алыу хаты хаҡында түгел, ә ҡотлау хаты тураһында барыуын аңланым.
Баҫҡанда “хәреф баш аша һикергән” икән. Аллы-артлы торорға тейешле хәрефтәрҙең яңылыш урындары алышынһа шулай тиҙәр беҙҙә.
АҒАЙ, НИҢӘ КӨЛӘҺЕҢ?
Бер ағай, йәш гәзит хеҙмәткәре янына йомош менән килгәс, ишекте асҡан да, туҡтап ҡалған. Шунан йылмайған, көлөп ебәргән.
– Ағай, ниңә көләһегеҙ?
– Бигерәк тә инде минең ҡыҙыма оҡшағанһың! Ҡайҙан үҙегеҙ? Йәш саҡта һеҙҙең яҡтарҙа йөрөмәнемме икән?
Гәзит хеҙмәткәре аптырап ҡалмаған, үҙе һорау биргән:
– Ә һеҙ, үҙегеҙ, ҡайҙан, ағай? Минең атай һеҙҙең яҡтарға барып сыҡманымы икән? Бик йылғыр ир ул.
Ағай тынып ҡалған, ауыҙы һәленеп төшкән.
Илдус ТИМЕРХАНОВ.