

"Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәроваға "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Был юғары баһаға Миләүшә Ҡасим ҡыҙы күп йылдар дауамында намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм журналистика үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн лайыҡ булды. Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!