

Минең яратҡан география уҡытыусым бар. Ул шул тиклем сибәр, яғымлы, изге күңелле апай. Теманы ла бик яҡшы аңлата. Уның менән ни теләйһең, барыһы тураһында ла һөйләшеп була. Үҙ ғүмерендә булған хәлдәрен һөйләй башлаһа, йотлоғоп тыңлайһың да ҡуяһың инде.
Ниһайәт, уҡытыусыларға гөлләмә тапшырыр мәл етте. Атлығып барып уҡытыусыма сәскәләремде һуҙҙым. Ул ҡыуанып алды ла миңә рәхмәттәр әйтеп үҙ ҡосағына күмде. Минең шатлығымдың сиге юҡ.
Тамаша бөттө. Барыһы ла таралыша. Беҙ әхирәттәрем менән иҫтәлеккә фотоға төштөк тә ҡайтырға сыҡтыҡ. Мәктәптең ҡапҡаһын сығыуым булды, сумкам ятып ҡалғаны иҫкә төштө. Иптәштәремдең ҡайта тороуҙарын һораным да кире йүгерҙем.
Мәктәп ишегенә етергә күп ҡалманы. Алыҫтан география уҡытыусым сығып барғанын күреп ҡалдым. Ҡулдарында минең гөлләмә. Шат йылмайып уның янына атлайым. Уҡытыусым мине әле күрмәй. Барып хушлашырмын, тип аҙымымды шәбәйтәм.
Ҡапыл аяҡтарым тотмай китте. Уҡытыусым сәскәләремде сүп биҙрәһенә ырғытты ла бер ни булмағандай өйө яғына ыңғайланы. Унан мәктәп баҡсаһы яғына боролоп, юҡҡа сыҡты.
Күҙҙәремдән йәштәр тәғәрәнеләр. Мин йүгереп барып гөлләмәмде сүп биҙрәһенән ҡулдарыма алдым. Унан тубыҡланып ултырҙым да уларҙы күкрәгемә ҡыҫып, шым ғына шыбырланым: " Кисерегеҙ мине, сәскәләрем, минең! Ҡабат бер ҡасан да һеҙҙе өҙмәҫкә һүҙ бирәм. Э-х-х, әгәр һеҙҙең ғүмерегеҙҙе өҙмәгән булһам, минең йөрәгем ярылмаған булыр ине... ".