+20 °С
Облачно

Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау

"Хуш мәктәбем, һау бул, бала сағым!"Ҡыңғырауҙар һибә һағышын...Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалырУҡытыусым, йырлы тауышың.

Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырауҺуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау
Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау

Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп
Үҫтерәһең илгә Кешене!

Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы тигән, һөнәрең...

Минира БИКӘНӘСОВА.

Фото: catalog-photo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас