

Ҡорбан ғәйете – ислам диненең иң оло байрамдарының береһе. Ул Ураҙанан һуң етмеш көн үткәс билдәләнә. Уның төп мәғәнәһе – тарихи нигеҙебеҙгә ҡайтып, изгелек һәм мәрхәмәтлек ҡылырға өйрәнеү. Был көндө ҡорбан ителгән малдың өстән ике өлөшө ярлыларға, мохтаждарға һәм күршеләргә таратылып бирелеүе лә Аллаһ хөрмәтенә изге эштәр башҡарыуҙы тәрбиәләй. Ошо изге көндә Ер йөҙөнөң төрлө тарафтарынан миллионлаған мосолман изге Ҡәғбәтулла янында ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәй. Ул мосолмандарҙы берләштереп, бер-береһе менән таныштыра, оло бер тәрбиәүи мәктәп булып тора.
Байрам – ул донъялар именлегенә һөйөнөү, иман яңыртыу, игелекле ғәмәлдәрҙе ишәйтеү, шуға өйрәнеү көндәре. Аллаһы Раббыбыҙ бөтәбеҙгә лә тәүфиҡ биреп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүебеҙҙе насип итһә ине. Донъяларыбыҙҙа – именлек, араларҙа – татыулыҡ урынлашһа ине. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә ҡаршыларға насип булһын.