

Әле ҡыҙыҡһынып комментарийлы Ҡөрьән уҡырға тотондом, минеңсә, мин уны белергә тейешмен. Христостың художестволы биографияһын уҡыйым, бик ҡыҙыҡ китап. Әлеге ваҡытта журнал өҫтәлемдә Санкт-Петербургтағы Исаакий соборын төҙөгән француз тураһында «Собор» китабы ята. Исаакий соборының серҙәре асылған тарих та үҙенсәлекле. Дүртенсеһе иһә минең Үзбәкстанға сәфәрем йоғонтоһолор, моғайын, Тамерлан тураһында «Мин —Тамерлан, Ғаләм хакимы» тигән китап. Бына дүрт китапты уҡыйым», — тине Радий Хәбиров.