+16 °С
Дождь

Юбиляр түрҙе биҙәр

Бөгөн ҡәләмдәшебеҙ, даими авторыбыҙ Владимир Валериевич Кузьмичев 60 йәшлек юбилей билдәләй. Ижади күңелле, төртмә телле дуҫыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!  Юмористар уны шаяртып, республиканың иң ҙур шағиры, тип йөрөтә. Шулай булмай, кем менән фотоға төшһә лә ике башҡа оҙонораҡ бит. Владимир Валериевич Кузьмичев Ялта ҡалаһында тыуһа ла Өфөнө үҙ итә. Ул халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары һәм әҙәби премиялар лауреаты, әҫәрҙәре сит илдәрҙә сыҡҡан төрлө альманахтарға ингән, ике китап авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. ПУШКИН һәм ДАНТЕС Пушкиндың яҙмышы хаҡында уйланғанда, төрлө хыялдар күңелгә килә. Ысынлап та, әгәр ҙә ул дуэлдә тере ҡалһа...Пушкин бер ваҡытта ла яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫ сос кеше була. Уны шундай итеп Арина Родионовна тәрбиәләй. Ул һөйләгән әкиәттәрҙең бер өлөшө генә һуңынан Александр Сергееевич тарафынан бәйән ителә. Тәрбисеһе йәш сағында байтаҡ йылдар Тибетта Шаолинь монастырында ҡытай медицинаһын һәм бындағы халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтен өйрәнә.

Юбиляр түрҙе биҙәрЮбиляр түрҙе биҙәр
Юбиляр түрҙе биҙәр

Арина Родионовнаның төрлө шәхестәр ҡиәфәтенә инә алыуы хаҡында Тибеттә һаман да һоҡланып һөйләйҙәр. Хәйер, был хаҡта икенсе тапҡыр бәйән итербеҙ...
Был ҡышҡы көн ғәжәйеп матур ине, секунданттарҙың аяҡ аҫтында ҡар ҡыуаныслы шығырҙай, ҡояш иһә дуэлгә сығыусыларҙың етди йөҙҙәрен иркәләй.
– Барьерға! – тигән команда яңғыраны.
Арҡа терәшеп тиерлек торған Пушкин менән Дантес теүәл егермешәр аҙым атланы. Ниһайәт, дәғүәселәр бер-береһенә боролдо, уларҙың ҡараштары осрашты. Пушкин мыҫҡыллы йылмайҙы ла ирендәрен ҡымтыны.
Дантес беренсе булып атты. Көкөрт төтөнө таралып та өлгөрмәне, пуля иҫ киткес шәп тиҙлек менән ҡорбанына йүнәлде.
Ҡарашын дошманынан айырмаған Александр Сергеевич пистолеттың пуля атылған ыңғайға ҡалтырап киткән мәлендә ҡапыл аяҡтарын сүкте лә кәүҙәһен артҡа ташланы. Пуля баш осонан һыҙғырып үткәс тә, бер ни булмағандай, йәнә кәүҙәһен турайтты.
Секундтанттарҙың ауыҙҙары асылды, күҙҙәре упайҙы. Бәлки, теүәл йөҙ етмеш йылдан һуң “Матрица” фильмын ҡараһалар, ул тиклем аптырамаҫтар ине.
Пушкин тоҫҡап атып ебәргәс, Дантес ҡулдарын йәйеп, ергә йығылды, ауыҙынан алһыу ҡан китте. Александр Сергеевич йәһәт кенә уның янына килеп, сюртугын систе лә Дантесҡа кейҙерҙе, паригы менән бакенбарды, эшләпәһе лә дошманына күсте. Таң ҡалған секунданттарҙың күҙ алдында бөтөнләй икенсе кеше пәйҙа булды. Күҙ асып йомған арала Пушкин француздың аҡ атына атланып, күҙҙән юғалды.
Замандаштары әйтеүенсә, был кешене тиҙҙән Нарва тирәһендә сик буйында күргәндәр, бер аҙҙан инде ул Эльзас һәм Лотарингия сиген атында сабып үткән.
Замандаштары әйтеүенсә, тиҙҙән бөйөк француз яҙыусыһы булараҡ танылыу яулаған Александр Дюма үҙенең исемен русса акцент менән әйткән һайын тертләп китә торған булған. Тик быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих...

Мөхәббәт тураһында

Мин – каратист, ирем – боксер,
Ғаиләбеҙ ныҡ татыу.
Бергә-бергә әрләшмәйсә,
Ҡурҡышып йәшәп ятыу


Үпкәләр тураһында

Боронғолар, һеҙгә бер үпкәм бар,
Күп йөрөнөм музей-ҡорамда.
Пирамида төҙөү урынына,
Юл һал ине беҙҙең урамда.

Артыҡ ауырлыҡ тураһында

Кәүҙәң ауырайһа, тос башыңа
Килә бик тос аналитика.
Ярты төндә, һыуытҡыс ҡашына,
Ни тарта һине?
Магнитиктар.

Үтенес тураһында

Осоп төшөргә торамын,
Атылып бер күперҙән.
Арттан бер әбей ҡысҡыра:
“Туҡта, бесәй килтерәм!”

 

Автор:
Читайте нас