

Бөгөн Совет майҙанында йәш артистар, махсус ҡунаҡтар һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова ҡатнашлығында дуҫлыҡ әйлән-бәйләне, Ленин урамы буйлап парад һәм Милли музейҙа "Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе була.
25 июндә: "Беренсе май", "Тулҡын", Иван Яҡутов исемендәге парктарҙа көнкүреш һәм традицион мәҙәниәт күргәҙмәләре. Шунда уҡ оҫталыҡ дәрестәре, уйындар һәм флешмобтар ойошторола. Кискеһен Совет майҙанында, байрамда ҡатнашыусы төркөмдәрҙең һәм Ай Йоланың сығышына саҡыралар..
26 июндә: сара Зәйнетдин этно-шоу төркөмө менән ябыласаҡ.
Сара менән бәйле 24 июндән 27-һенә тиклем ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт ябыла. 24 июндә иртәнге сәғәт 5-тән киске 7-гә тиклем Ленин (Достоевскийҙан Пушкинға тиклем), Октябрь революцияһы (Лениндан Цюрупаға хәтлем) һәм Киров (Крупскаянан Ленинға хәтлем) урамдары ябыла. 25 июндә төнгө 12-нән киске сәғәт 6-ға тиклем Дим паркы (Муса Йәлил урамы, 57 ҡаршыһында) һәм "Тулҡын" паркы (Әхмәтов урамы, 311) парковкаларына инеү ваҡытлыса тыйыла.