+14 °С
Облачно
Иҫтәлекле көндәр
11 Сентября , 11:20

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө

Айзилә МОРТАЕВА Милли кейемгә мәҙхиә Аһ, ниндәйен тылсым!Сулпы сыңы – сың-сың,Мөғжизәме? Ысын!Шундай матур, ыҡсым!

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөБөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө
Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө

Аһ, ниндәйен аһәң!
Хазина бит кейһәң
Ҡашмауҙары ҡупшы,
Йыялмайым һушты!
Аҫыл ғына таштар
Сыңлайҙар моң ҡушып!

Аһ, ниндәйен күлдәк!
Зиннәтле лә ебәк.
Әберкәле итәк,
Асыл асыр биҙәк,
Йәме йәнгә, тимәк!

Аһ, ниндәйен елән!
Аҡбуҙатта еләм.
Яугирбикә булып
Күккә шоңҡар сөйәм,
Ян-уғымды теҙәм!

Аһ, ниндәй хәситә!
Һомайғоштай итә
Тағып алыуҙарың,
Һөйөп бағыуҙарың,
Ҡанат ҡағыуҙарың!

Аһ, ниндәйен һаҡал!
Быуаттарҙан аҡыл!
Ташы мәрүәт, аҡыҡ,
Түләп алаламаҫһың
Ат ҡына ла хаҡын!

Аһ, ниндәйен тамға,
Асылыма, ҡанға!
Быуат төпкөлөнән
Йән хәтерен һаҡлап,
Ҡомартҡылай ҡалған!

Аһ, ниндәйен йөҙөк,
Көмөш ҡуш беләҙек.
Балҡып тора йөҙөм,
Алдашмай ул көҙгөм,
Ҡәҙерҙәрем белеп!

Аһ, ниндәйен яулыҡ,
Нәзәкәтле зауыҡ!
Өләсәйҙән мираҫ
Фөлөр – ҡушъяулығым
Ябынайым яҙып.

Милли кейем аҫыл
Асылыңды асыр!
Күҙ тейеүҙәр, боҙом,
Яман күҙҙәр,сихыр
Алыҫтарға ҡасыр!

https://web.max.ru/-78598921737553

Автор:
Читайте нас