+20 °С
Облачно
Иҫтәлекле көндәр
11 Сентября , 11:30

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» проекты, «Һылыуҡай» модель агентлығы һәм урындағы дизайнерҙар ярҙамында «Атайсал. Тыуған яҡ биҙәктәре» тигән исем аҫтында этностилдәге кейем коллекциялары күрһәтелде. Сара бөгөн республикала билдәләнгән Милли кейем көнөнә арналды.

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелдеРадий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙыуынса, бөгөн милли кейем заманса мода һәм бизнестың бер өлөшө булып тора.

Элек дәреслектәрҙә, музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин булған орнаменттар һәм биҙәктәр бөгөн эшлекле костюм һәм көндәлек кейем элементтарына әүерелде.

«Был матур, үҙенсәлекле, ә хәҙер — модала», — тип билдәләне республика Башлығы.

Этностилдең популярлашыуы еңел сәнәғәт һәм креатив индустриялар үҫешенә көтөлмәгән этәргес бирҙе. Милли биҙәкле аксессуарҙар, кейем-һалым халыҡ һәм туристар араһында хуплау тапты, был иһә бәләкәй һәм урта бизнестың иғтибарын йәлеп итте.

«Дөрөҫөн әйткәндә, төп маҡсатыбыҙ был түгел ине, әммә беҙ бындай яҡшы «бонус»ҡа бик шатбыҙ», — тине республика етәксеһе.
https://bash.bashinform.ru/news/
Автор:
Читайте нас