+20 °С
Облачно
Иҫтәлекле көндәр
12 Сентября , 06:25

«Берҙәмлек бейеүе»

Милли кейем көнөндә тотош республиканан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм 50-гә яҡын ижади коллектив «Ватан» этнопаркына йыйылды. «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы Дәүләкән, Сибай, Салауат, Нефтекама, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондары, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондары бейеүселәрен берләштерҙе.

«Берҙәмлек бейеүе»«Берҙәмлек бейеүе»
«Берҙәмлек бейеүе»

Бөгөн көндөҙ тотош республиканан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм 50-гә яҡын ижади коллектив «Ватан» этнопаркына йыйылды.

«Берҙәмлек бейеүе» флешмобы Дәүләкән, Сибай, Салауат, Нефтекама, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондары, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондары бейеүселәрен берләштерҙе.

Акция Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Милли кейем көнөнә арналды.

Белеүебеҙсә, 11 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. 2020 йылда булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ көнө үткәрелә. Уның төп маҡсаты – республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың традицияларын, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлау һәм популярлаштырыу.

Байрам уңайынан киң программа әҙерләнде. Республика музейҙарында, китапханаларында, театрҙарында һәм концерт ойошмаларында мәҙәни-белем биреү саралары үткәрелде. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда «XXI быуат славяндары» славян мәҙәниәте фестивале, кискеһен «Самауырлы ритайым» ойошторолдо.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-09-11/f-l-ber-mlek-beye-e-fleshmoby-tte-4663587

Автор:
Читайте нас