

Шулай уҡ уҡытыусылар үҙ белемен беҙгә тапшырҙы, бөгөн иһә балаларыбыҙға тапшыра, тип билдәләне ул. Шуға күрә республиканың бурысы – педагогтар хаҡында хәстәрлек күреү, һөнәрҙең абруйын күтәреү.
«Йәш уҡытыусыларға, шулай уҡ уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханында һәм олимпиадала уңыштарға өлгәшкәндәргә ярҙам итәбеҙ. Яҡшы хеҙмәт шарттары булдырырға тырышабыҙ. Нисек кенә ауыр булмаһын, мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау эштәрен дауам итәбеҙ, был йәһәттән беҙгә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ҙур ярҙам күрһәтә. Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрәбеҙ – Президент ВладимирПутин үҙенең указы менән Рәсәйҙә педагогтың айырым статусын нығытты. Беҙ Башҡортостанда үҙебеҙҙең өҫтәмә сараларҙы әҙерләнек», – тине ул.