+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
17 Ғинуар 2022, 17:05

Ҡар кешеһе бармы икән?

Күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыусылар ғына ҡар кешенеһең йәшәүен һәм бүтәндәргә оҡшамаған тормош алып барыуы хаҡында һөйләй.

Ҡар кешеһе бармы икән?
Ҡар кешеһе бармы икән?

Кешелек донъяһына ҡар кешеһенең барлығын белдерер өсөн ғалимдарға фәнни иҫбатлан­ған мәғлүмәттәр етеңкерәмәй әле. Улар ярым кешегә, ярым маймылға оҡша­ған йән эйәһенең эҙҙәренә, фотоһүрәттәренә, видеояҙмаларына ғына ҡарап фекер йөрөтә. Берәүҙәре сит планетанан килеп сыҡ­ҡан тип бара, икенселәр, тышҡы ҡиәфәте буйынса, гоминид тоҡомона индерә, өсөнсөләр тәжрибә рәүешендә кеше менән маймылды берләштереп ҡа­рауҙан, ти.
Ҡар кешеһенең беҙҙең эраға тиклем 4 быуаттан алып көн күреүе билдәле булһа ла, XIX быуаттан ғына башлап ҡар кешеһен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә башлай. Уны төрлө илдә төрлөсә атап йөрөтәләр: Гималайҙа йәшәүселәр – йети, Төньяҡ Американың аборигендары – сасквач йә иһә бигфут, Индокитай хал­ҡы – урман кешеһе.
Ҡар кешеһе йөрөгән ерҙә һауа торошо ныҡ үҙгәреүсән: ҡар, ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Уның менән осраш­ҡан кешегә лә насар тәьҫир итә. Һөйләүҙәренә ҡара­ғанда, күҙ алды томаланып, күреү һәләте насарая, баш ныҡ ауырта башлай, ҡан баҫымы күтәрелә. Бик яҡын аранан күргәндәр бер һүҙ әйтә алмай тора, нимә эшләгәнен үҙе белмәй, хатта ҡар кешеһенең артынан эйәреп китеү ихтималлығы ла бар, имеш. Иҫенә килер­гә 1 тәүлек самаһы ваҡыт талап ителә.
Төҫ ҡиәфәтен бәғзеләр етеҙ, буйы 4 метрға яҡын ҙур хайуанға оҡшатһа, икенселәр буйы 1,5 метр­ҙан ашмай, ҡулдарын ныҡ һелтәп-һелтәп йөрөй, ти. Кешеләрҙән кәүҙә ныҡлығы, баш формаһы, оҙон ҡулдары, ҡыҫҡа муйыны, бөтә тәненең йөнтәҫлеге менән айырыла икән.
Асыҡҡан ваҡытта ғына кеше йәшәгән урындарға яҡын килә. Ауыл халҡының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡур­ҡыныс булырын һиҙһә, көслө өрөү тауышын сығара.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Г. ИҠБАЕВА
Читайте нас: