+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
25 Ғинуар 2022, 12:00

Бәхетһеҙлек ҡошо

Төйлөгән ҙурлығындағы был бәхетһеҙлек ҡошон күргән кешеләр, ҡурҡып, йәшеренеп ҡалырға тырышҡан. Бер ваҡыт улар мәсет төҙөгәндә әлеге ҡош осоп килгән дә изге ҡорамға инә торған мәрмәр арка өҫтөнә ҡунған. 

Бәхетһеҙлек ҡошо
Бәхетһеҙлек ҡошо
Төҙөлөштә эшләп йөрөүселәр төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан. Тик бер генә кеше ҡасмай тороп ҡалған. Ул архитектор булған. Ошо мәсетте төҙөү хаҡында ғүмере буйы хыялланған.
– Ҡар-ҡар! Бәлә була! – тип ҡарға һымаҡ ҡарҡылдаған бәхет­һеҙлек ҡошо.
– Кит бынан, мин һинән ҡурҡ­майым, – тип ҡысҡырған кеше.
– Ҡар! – тип тағы ла бер тапҡыр ҡарҡылдаған бәхетһеҙлек ҡошо. Шул минутта ул ултырған арка емерелеп төшкән. Мәрмәр таштарҙың ярсыҡтары архитекторҙы яралаған һәм ул дауаханаға эләккән.
– Был мәсетте һин төҙөй алмаясаҡһың, сөнки уның өҫтөнән бәхетһеҙлек ҡошо осоп үтте, – тип кешеләр архитекторҙы иҫкәрткән, уйынан дүндерергә ниәтләгән.
Әммә архитектор:
– Мин барыбер мәсетте төҙөйәсәкмен. Бәхетһеҙлектәр кешене көслөрәк итә, – тип яуаплаған.
Оҙаҡ ауырыған ул. Ләкин, ауыртыу-һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, көнө-төнө мәсет хаҡында уйлан­ған. Һәм ҡапыл арканы төҙөгән саҡта үҙенең иҫәпләүҙәрендә яңылышҡанын аңлаған. Ысынлап та, ундай дуға көмбәҙҙе күтәрә алмаҫ ине. Бөтәһен дә яңынан иҫәпләп, һауығып сыҡҡас та өр-яңынан мәрмәр арканы төҙөп ҡуйған. Ул элеккеһенә ҡарағанда ла матур булған, төрлө биҙәктәр менән биҙәлгән.
 
Тиҙҙән мәсеттең ап-аҡ көмбәҙе күҙ яуын алырлыҡ булып күккә олғашҡан.
 
Ҡайҙалыр йыраҡта бәхетһеҙлек ҡошо осҡан, ләкин мәсет янына килергә баҙнат итмәгән. Күрәһең, ул да көслө, ҡыйыу, ныҡыш кешеләрҙән ҡурҡҡан.
 
З. МӘҺӘҘИЕВА.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: