-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
28 Ғинуар , 14:00

Мырылдаусы табип

Лондондағы дауалау ысулдарының тәьҫирен өйрәнеүсе институт ғалимдары төнгә тиклем ҡалып лабораторияла тәжрибә үткәреп ултырғанда, бүлмәгә Марта исемле бесәй килеп инә.

Мырылдаусы табип
Мырылдаусы табип

Ул түбәнге йышлыҡтағы токтар генераторы эргәһенән үткәндә көтмәгәндә бөтә механизм хәрәкәткә килә. Ғалимдар ғәжәпкә ҡала: ҡиммәтле заманса ҡулайламаға ҡарағанда уның урынына бесәйҙе лә файҙаланырға була икән. Баҡһаң, ул шул тиклем көслө тулҡындар сығарырға һәләтле.
Хәҙерге ваҡытта сирле урынға түбәнге йышлыҡтағы токтарҙың тәьҫире һәм микробтарҙы үлтереүе иҫбатланған. Бесәйҙәр менән «дауалаған» саҡта яра тиҙерәк уңала, ҡан әйләнеше һәйбәтләнә. Ошондай ғәҙәти булмаған ысул айырыуса быуындар ауырт­ҡанда килешә: бесәйҙе һыҙлаған ергә һалып, уны һыйпап 20 минут тирәһе ятыу ҙа етә.
Мыяуҡайҙарҙың йәнә психик сирҙәр менән яфаланыусыларға ла, йөрәк менән ауырыу­сыларға ла, мейеләренә зыян килгәндәргә лә, хатта алкоголизм менән наркомания сир­ҙәренә лә ярҙам итеүе билдәле. Ә бына уның тап ... мырылдауы арҡаһында шундай ҙур көскә эйә булыуын бөтәгеҙ ҙә белмәйҙер әле.
Баҡһаң, бесәйҙең был һәләте уның һөйләшеүе генә түгел, үҙенең көсөн кире ҡайтарыусы, яраларын уңалтыусы дауалау сараһы ла икән. Ғалимдар иҫәпләүенсә, уның мырылдауы ультратауыш терапияһына тиң. Ул һөйәктәрҙе нығыта, нервы системаһына, ауырыуҙың психик торошона ыңғай тәьҫир итә. Кешенең ҡан әйләнеше яҡшыра, ҡан баҫымы, йөрәк тибеше яйлана.
Бесәйҙәрҙең был һәләте хаҡында Боронғо Мысырҙағы аҡыл эйәләре лә белгән. Тап шунан Америкаға, Европаға һәм Рәсәйгә билдәле була.
Көнсығыш медицинаһына ярашлы, кешенең бөтә ауырыуҙары организмдағы энергетик көстәрҙең нисбәте боҙолоу арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡара бесәйҙәр кешеләрҙе кире энергиянан ҡотҡара, ә аҡтары энергияһы етмәгәндәргә көс өҫтәй. Хатта ғалимдарға ла билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында был йорт хайуандары кире энергияны үҙҙәренә ала. Шуның өсөн дә улар күберәк телевизор, һыуытҡыс, эшләп торған кер йыуыу машинаһы, компьютер өҫтөндә йәки эргәһендә ятырға ярата. Билдәле булыуынса, был ҡорамалдар барыһы ла тирә-яҡҡа кире электромагнит йышлыҡтар тарата. Ә кешегә, киреһенсә, ниндәйҙер сирҙән ҡотолор өсөн кире энергиянан таҙарынырға кәрәк. Шундай осраҡта өйҙәге хайуан – үҙе бер бүләк. Бесәйҙәр зарарланған урынды яңылышмайынса дөрөҫ билдәләй һәм тәғәйен ергә барып ята йәки ултыра. Башта тәпәйҙәре, тырнаҡтары менән массаж яһай. Бесәй терапияһы ваҡытында кеше кире энергиянан ҡотолоп ҡына ҡалмай, ә уның йылыһы менән дә дауалана.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Фото: lyvi.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в