+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
2 Февраль 2022, 18:35

...Автоһәләкәттән һуң – рәссам

Донъяла ниндәй генә мөғжизәләр булмай. Һирәк булһа ла Ер шарында ғәжәп хәлдәр ҙә осрап тора. Мәҫәлән...

...Автоһәләкәттән һуң – рәссам
...Автоһәләкәттән һуң – рәссам

Төньяҡ Каролинала йәшәүсе  42 йәшлек Скотт Мели ҡот осҡос автоһәләкәткә осрай һәм мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Ләкир ир көслө депрессияға бирелә, уны бер нимә лә ҡыҙыҡһындырмай башлай. Бер көндө урамда йөрөгәндә үҙе лә аңғармаҫтан, рәссамдар өсөн магазин күрә лә унда инеп һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар һатып ала. Ғәжәп, ҡулына быға тиклем буяу һәм бумала тотоп та ҡарамаған Скотт иҫкитмәле матур һүрәттәр төшөрә башлай. Әле, етмәһә, мәктәптә уҡығанда рәсем дәресенән алған билдәләре лә бик шәптән булмаған.

Скотт Мели әйтеүенсә, аварияға тиклем ул аҡса эшләү менән генә ҡыҙыҡһынған, дуҫтары ла күп булмаған. Хәҙер инде уның тормошо ҡырҡа үҙгәргән. “Әйерһең дә, яңынан тыуҙым!” – ти икән ул.

Фото: usa.one

...Автоһәләкәттән һуң – рәссам
...Автоһәләкәттән һуң – рәссам
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: