+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
3 Февраль 2022, 11:00

Иң оҙон буйлы кешенең яҙмышы

2018 йылда донъялағы иң оҙон буйлы кеше Роберт Уодлоуҙың тыуыуна 100 йыл тулды. Ҡыҫҡа, әммә сағыу тормош юлы үткән Роберт Уодлоу 1918 йылдың февралендә Американың Олтон ҡалаһында донъяға килә.

Иң оҙон буйлы кешенең яҙмышы
Иң оҙон буйлы кешенең яҙмышы

Малай гипофиз ауырыуы һөҙөмтәһендә дүрт йәшендә тиҙ генә үҫә башлай. Әлеге мәл булһа, бәлки, сирҙе дауалай алырҙар ине, ләкин 100 йыл элек уны нисек дауаларға кәрәклеген берәү ҙә белмәй. Ә малай үҫә, 6 йәшендә уның буйы – 1 метр 70 сантиметр, ә 9 йәшендә 1 метр 89 сантиметрға етә. Ул саҡта уҡ 80 килограмм ауырлыҡта була һәм малай хатта атаһын күтәрә ала.

Роберт мәктәпте тамамлағанда буйы 2 метр 51 сантиметр тәшкил итә. Ул инде билдәле шәхес, уның тураһында гәзиттәрҙә яҙалар. Хатта циркта эшләргә лә күп кенә тәҡдимдәр  яһала. Ул ризалашмай, университетҡа уҡырға инә. Тик йәшәргә, кейенергә аҡса кәрәк, сөнки Роберттың бер пар аяҡ кейеме генә 100 доллар торған була. Бер аяҡ кейеме етештергән компания уға контракт тәҡдим итә: егет уларҙан бушлай ботинкалар ала, ә ул фабриканың тауарын йәрминкәләрҙә рекламаларға тейеш була.

Ҡыҙғанысҡа күрә, Роберттың ғүмере бик ҡыҫҡа була. Кәүҙә ауырлығы – 200 килограмм, ә буйы 2 метр 72 сантиметрҙан артып китә. 22 йәшендә аяҡтарын тоймай башлай һәм таяҡҡа таянып йөрөргә мәжбүр була. Ботинкаһы аяғын ҡырыу сәбәпле, инфекция йоҡтора. Былай ҙа, иммун системаһы насар булғас, сепсис башлана. 1940 йылдың июлендә Гиннестар рекордтар китабына индерелгән донъялағы иң оҙон кеше вафат була.

Тыуған ҡалаһында Роберт Уодлоуҙың музейы ла бар, унда ул бәһлеүән буйлы кеше түгел, ә ҡыҙыҡлы яҙмышлы шәхес булараҡ тәҡдим ителгән.

Фото: cont.ws

Иң оҙон буйлы кешенең яҙмышы
Иң оҙон буйлы кешенең яҙмышы
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: