Көн яҡтыһынан ҡурҡып ҡасып ятып, ҡараңғы төшкәс кенә «һунарға» сыҡҡан, ике яҡ теше ыржайып торған иләмһеҙ йәндәрҙе хатта фильмдарҙа күреү ҙә төштәргә инеп һаташтыра. Улар кеше ҡаны менән туҡлана. Шунһыҙ тыныслана алмай. Вампирҙарҙы уҫаҡ ағасының киҫәүе менән түшенә ҡаҙап үлтереп кенә еңергә була, имеш.
Ә бит вампирҙар бөгөн дә бар. Улар беҙҙең арала йөрөй, әйләнә-тирәбеҙҙә һин дә мин йәшәп ята. Әммә уларҙы хәҙер икенсе төрлөрәк, йәғни энергетик вампир, тип атайҙар. Бындай кешеләр әңгәмәсеһенең хәлен, көсөн, энергияһын ала.
…Минең бер танышым бар. Ул һис ваҡытта ла үҙенә рәхәт булғанда, ҡыуанысы, шатлығы барында шылтыратмай. Ә ни эшләптер ауырығанда йә ниндәйҙер күңелһеҙлек, көтөлмәгән хәл килеп сыҡҡанда эҙләп таба. «Хәлдәрең нисек?» – тип һүҙен башлай ҙа проблемаларын һөйләргә тотона. Сирләгән сағында башта тауышы хәлһеҙ генә сыға. Бөтә ауырыуҙарын һанап бирә, ниндәй табиптарға күренгән, ниндәй дауа алған – барыһы менән дә бүлешә. Мин, үҙ сиратымда, уны йәлләйем, аңларға тырышам, кәңәштәр бирәм.
Тора-бара телефондың теге яғындағы тауыш көрәйә төшә. Хәле лә арыуланған кеүек тойола. Инде хәҙер минең хәлде белешеп, кәңәш бирә башлай. Тауышына ҡарағанда, һау-сәләмәт кешегә оҡшап китә. Ә уның аһ-зарын тыңлай торғас, минең хәлем бөтә. Танышым инде сире тураһында түгел, туғандары араһында булған хәл-ваҡиғаларҙы теҙергә тотона.
Ҡайһы саҡ, телефонды һалып тороп, аш бүлмәһендә плитәлә бешеп ултырған ризыҡты ҡарап киләм. Был һаман һөйләй. Ахыр сиктә, бүлдереп, ашым көйә, тип ғәфү үтенеп, телефонды һалырға мәжбүр булам. Үҙемдә аш ҡайғыһы ла юҡ, хәлдән тайып, диванға барып ауам. Тотонорға ниәтләнгән эшкә лә ҡул бармай. Танышымдың һаулығы, проблемалары тынғы бирмәй, нисек ярҙам итергә икән, тип уйлай башлайым. Шулай итеп көнөм йәки кисем үтеп китә. Ә бер-ике көндән теге һис ни булмағандай көр тауыш менән шылтыратып хәл белешә. Үҙенең һаулығы борсомаһа, миңә бөтөнләй таныш булмағандарҙың кешеләрҙең мәсьәләләре менән ҡаңғырта.
Ошондай кешеләр менән һөйләшеүҙән, аралашыуҙан һәр ваҡыт кәйеф ҡырыла, арыйһың, хәлһеҙләнәһең. Шулай булғас, бындай бәйләнеш кәрәкме беҙгә? Үҙебеҙҙе энергетик вампирҙарҙан араларға өйрәнеү мөһим.
Әгәр бөтөнләйгә әңгәмәләшеүҙән тыйыла алмаған осраҡта инде һүҙҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа тоторға тырышырға кәрәк. Ҡабалан эш булыуға һылтанып, ҡайҙалыр ашығыуыбыҙҙы әйтергә ҡыйынһынырға ярамай. Үҙебеҙ менән башҡаларҙың теләһә нисек идара итеүенә юл ҡуйыу яҡшыға килтермәй.
Вампирҙар бүтәндәрҙең ваҡытын ала, эшен туҡтата, хәлен бөтөрә, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшергә ҡамасаулыҡ итә. Һөҙөмтәлә, ваҡ-төйәккә күберәк иғтибар итеп, төп ниәтенә ҡулы етмәй ҡала. Ҡайһы саҡта тотош ғүмер бушҡа уҙыуы ихтимал.
Ошо хаҡта уйланғанда гел «Көҙгө марафон» исемле фильмды иҫкә төшөрәм. Шундағы төп геройҙы уйнаған актёр Олег Басилашвили бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең һәр ҡайһыһының йомошон үтәй, йүгерә, ҡабалана. Уның күндәм холоҡло, баш тарта белмәгән, булдыра алмайым, әле үҙемдең эшем бар, ваҡытым юҡ, тип әйтә белмәгән йомшаҡ күңеллелегенән файҙаланып, ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмәйҙәр! Һөҙөмтәлә, үҙе был тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмағанлығын һуңлап ҡына аңлай. Бер тапҡыр баш тартыуы ғына ла ҡалғандарҙа аптырау тыуҙыра.
Һәр кеше – үҙе бер шәхес. Театрҙағы ҡурсаҡ шикелле, үҙебеҙҙе башҡалар тарафынан нисек кәрәк шулай йөрөтөргә ирек ҡуймайыҡ. Вампирҙарға бөгөн уҫаҡ киҫәүе түгел, ә күңел ныҡлығы менән ҡаршы тора белергә кәрәк.
З. ЯЛСЫҠАЕВА.
https://yanshishma.com/articles/u-y-uylan/2021-05-12/vampir-ar-b-g-n-d-bar-2266824