Парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, британияларҙың күбеһе бер ҡасан да терпе күргәне юҡ икән. Бында шулай уҡ гигант кәкүк һынын да ҡуйырға йыйыналар.
Тешһеҙ сысҡан
Ғалимдар Филиппинда яңы сысҡан төрөн асыҡлаған. Йән эйәһе Сулавеси утрауының тропик урманында йәшәй. Уның бер аҙау теше лә юҡ. Сысҡан ни бары дүрт теше менән генә көн күрә. Донъяла йәшәүсе 2,3 мең кимереүсе араһында башҡа бер генә дүрт тешле йән эйәһе юҡ.
Ике генә япраҡлы
Африканың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Намибия сүлендә киңлеге – 2, оҙонлоғо 8 метрға тиклем етеүсе ике генә япраҡлы Ғәжәйеп Вельвичия тигән үҫемлек үҫә. Ул ике йылға хәтлем һуҙылған ҡоролоҡҡа түҙергә һәм 400-ҙән 1500 йылға тиклем йәшәргә һәләтле.
Фото: diary.ru