

Зәбиҙәнең иртән илап шылтыратҡас, йорттарына йүгерҙек. Карауат буйлыҡ булып һуҙылып ятҡан Кәрим ысынлап та, үлгәйне. “Кисә кайын һуты йыйырға тип аҡланға сыҡтыҡ. Юлдан йыраҡ та үҫмәгән ҡарт ҡына ҡайындан һут йыйырға булдыҡ. Ҡараһым, янында ғына бәләкәй генә ҡәбер ташы тора. Ике йыл элек ошо ҡайын ботағында ситтән килгән кейәү тейешле ир аҫылынып үлгәйне. Йөрәгемде нимәлер сәнсеп алғандай булды.
- Кәрим, ҡуй инде был ҡайын төбөндә кеше йәне сыҡҡан, ситтәнерәк эҙләйек ҡайынды,- тим.
- Ике йыл үткән, нимәһенән ҡурҡаһың, - тине лә, ҡайын һутын ағыҙырға һауыт элеп китте.
Күңелде бер ауыр тойғо биләп алһа ла, бер-ике сәғәттән теге урынға һауытты алырға барҙыҡ. Тулған банканы алғанда ҡәбер ташындағы фотоға күҙ һалдым, ундағы бойоҡ ҡарашлы егеттең күҙҙәренән йәш аҡҡандай тойолдо.
Ҡайын һыуын күтәреп эсте лә, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Кәрим дә, мин дә һөйләшмәйбеҙ.
- Бер нимә лә һиҙмәйһеңме, арттан әллә кем килгән һымаҡ,- тимәһенме ирем, былай ҙа ҡурҡып килгән йөрәккә шом өҫтәп.
Ҡайтып еткәс, машинаһын гаражға ла ҡуймай, йортҡа йүнәлде. Мин һыйыр һауып ингәндә Кәрим, өҫ кейемен дә сисмәй, карауатта ята ине.
- Ҡапыл йөрәгем ҡыҫып, тын етмәй, хәлем бөттө. Йоҡо баҫа, - тине. Уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәнем, арығандыр тип, үҙемә түшәкте диванда йәйҙем.
Төнөн ыңғырашҡанын ишетеп янына барҙым. “Зәбиҙә, ҡайын янындағы ҡәбер ташындағы фотолағы ир “Минең өлөшөмә индең, йәнем сыҡҡан урынды тапаның”, тип быуған һымаҡ булды, саҡ уяндым. Иртәгә үк һутын кире алып түгергә кәрәк,- тип һөйләшеп ятты. Иртән мал ҡарарға уятайым тиһәм, тын алмай, үлеп ятҡан тип иланы.
Бына шулай, кеше йәне сыҡҡан урынды тапарға, унда үҫкән емеш-еләкте йыйырға ярамағанлығына бер миҫал булды күршенең үлеме.
Рәфилә ВАХИТОВА.
https://vk.ru/sayer_donja?w=wall-184557435_170256