

Ҡунаҡҡа егеттәр ҙә килгәйне. Төнгө бер тирәһе булғандыр, ут һүндереп, шәм яндырып, саҡыра башланык духты.. Пушкиндыҡын... "Һин бындамы?",- тип һорайбыҙ... Тынлыҡ... Кинәт ишекте кемдер бер туҡтауһыҙ шаҡый башланы.... Ҡот осто, бит әй.. Егеттәребеҙ тәҙрәнән сығып тайҙы. Ҡыҙҙар шкаф эсенә кереп касты. Шулай ҙа, дер ҡалтырап, ишекте астым.... Ҡурҡыу китте бот буйлап.... Астым бер оло бабай тора, курше булған, күрәһең....”Девушки, есть у вас что кушать?”, – ти. Бабайҙы ашатып, сәй эсереп оҙатып ҡуйҙыҡ ... Шулай итеп, уйламағанда, курше бабай менән таныштыҡ. Аш бешерһәк тә бабайга индереп бирә инек....Ҡыҙҙар менән уға Пушкин бабай тип исем ҡуштыҡ.