

Өләсәйҙе табиптарға тапшырғас, күршеләр яныбыҙға килеп:
— Бәлки, малайҙы атаһы ҡунаҡҡа алып киткәндер. Ул ҡаланың икенсе яғында йәшәй, — тинеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әбей һаман аңһыҙ ине, шуға күрә малайҙың ҡайҙа икәнен унан һорап белеп булманы.
Күңелем тыныс түгел ине. Йортҡа тағы бер тапҡыр инергә булдым. Әммә иптәшем мине туҡтатты:
— Өйҙөң һәр мөйөшөн ҡарап сыҡтыҡ. Бала унда юҡ, — тине ул.
Шул саҡ көтмәгәндә яныма бер ҡатын килеп, кейемемдән эләктереп алды. Ҡайҙан килеп сыҡҡанын да аңғармай ҡалдым. Күҙҙәре йәш менән тулған, үҙе ялбара:
— Ванечка һандыҡ эсендә! Иң төпкө бүлмәлә. Ҡурҡҡан да шунда йәшенгән. Зинһар, ҡотҡарығыҙ уны! Ярҙәм итегеҙ!
— Һеҙ әсәһеме? — тип һораным.
— Эйе, эйе! Зинһар, тиҙерәк! Ул тонсоға!
Мин ҡабат ут эсендәге йортҡа ташландым.
Ҡуйы төтөн һәм ялҡын аша үткәндә, эстән генә малайҙың әсәһен әрләйем:
«Үҙе сығып ҡотолған, ә балаһын өйҙә ҡалдырған... Ниндәй әсә инде был?!»
Бер мәл ҡараһам — теге ҡатын өй эсендә тора! Төтөн араһынан миңә ҡайһы бүлмәгә барырға кәрәклеген күрһәтә.
— Һин бөтөнләй аҡылыңдан яҙҙыңмы?! Тиҙ генә өйҙән сыҡ! Бар, бар! — тип ҡысҡырып, уны сығыу яғына этәрҙем.
Ә үҙем: «Бахыр баланың әсәһе лә сәйер икән», — тип уйлайым.
Төпкө бүлмәгә барып еттем. Һандыҡты астым — малай шунда ята!
Ҡулыма күтәреп алдым да тышҡа йүгерҙем. Урамда уны табиптарға тапшырҙым. «Тере!» тигәндәрен ишеткәс кенә еңел һулап ҡуйҙым.
Табиптар бала менән булышҡан арала мин янғын һүндереүселәргә боролоп:
— Ә теге сәйер ҡатын ҡайҙа? — тип һораным.
— Ниндәй ҡатын? — тип аптырап ҡаранылар улар.
— Ниндәй булһын?! Малайҙың әсәһе! Әле генә ошонда йөрөнө, кейемемдән эләктереп алып, улын ҡотҡарыуымды үтенде. Балаһын өйҙә ҡалдырған да хәҙер илап йөрөй!
Шул саҡ күршеләрҙең береһе һүҙгә ҡушылды:
— Һеҙ нимәнелер бутайһығыҙ, ахыры. Ваняның әсәһе ике йыл элек үлде бит. Малайҙы өләсәһе үҫтерә. Атаһы бар, әммә ул хәҙер икенсе ғаилә менән йәшәй. Шулай ҙа ҡайһы саҡта Ваняны бер-ике көнгә алып китә. Шуға күрә беҙ ҙә малайҙы атаһы алып киткәндер тип уйланыҡ. Һеҙҙең уны табып ҡотҡарыуығыҙ — ысын мөғжизә. Юғиһә төтөнгә тонсоғоп үлер ине...
Иптәшем яурынымдан ҡағып:
— Дуҫҡай, бында бер ниндәй ҙә ҡатын булманы. Мин бит гел һинең эргәңдә инем. Бәлки, төтөн еҫкәп, күҙ алдыңа күренгәндер? Үҙеңде нисек тояһың? — тине.
Мин башҡа был сәйер ҡатын тураһында бер ни ҙә һөйләмәнем.
Бер нисә көн үткәс, Ванечкаға бүләктәр һатып алдым да дауаханаға барҙым. Бик һәйбәт малай булып сыҡты — алсаҡ, күңелле, һөйләшергә ярата.
Ул яңы уйынсыҡтарын ҡарап ултырғанда, өләсәһе миңә рәхмәт әйтте һәм:
— Ваняның һандыҡ эсенә йәшенгәнен нисек белдегеҙ? — тип һораны.
Шунда мин уға теге сәйер ҡатын тураһында һөйләргә булдым. Үҙен Ваняның әсәһе тип таныштырыуын да әйттем.
Өләсәй шунда уҡ уның ҡиәфәтен һораша башланы.
— Бәләкәй генә буйлы, ҡамыштай нәҙек ине. Өҫтөндә тубығынан саҡ ҡына түбән төшкән аҡ селтәрле күлдәк. Сәстәре оҙон, тулҡынланып торған көрән төҫтә... Ә күҙҙәре... Ҙур, йәшел, зөбәржәттәй ине...
— Был минең Алёнушкам! Ҡыҙым... балаҡайым килгән! — тип һүҙемде бүлде өләсәй. — Ванечканы нисек яратҡанын белһәң ине! Уның өсөн йәнен бирергә әҙер ине... Эх, шул ҡәһәрле сир булмаһа... Ул үҙенең балаһын ҡотҡарған! Һин шул төндә беҙҙең Алёнканы күргәнһең...
Өләсәй илап ебәрҙе.
Ваня уның янына килеп, тынысландыра башланы. Өләсәһе күҙ йәштәрен һөрткәс, малай мине ҡосаҡлап алды.
Мин уның сәсенән һыйпаным да:
— Һин, Ванька, ысын герой! Был тормошта бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һинең артыңда ниндәй һаҡсы фәрештә торғанын беләһеңме? — тинем.
— Ниндәй? — тип һораны Ваня.
Ул миңә ҙур йәшел күҙҙәре менән ҡараны. Нәҡ әсәһенеке кеүек...
— Матур. Зөбәржәт кеүек йәшел күҙле. Һине бөтә йөрәге менән яратҡан һәм һәр бәлә-ҡазанан һаҡлаған фәрештә. Ә ул фәрештәнең исеме — ӘСӘЙ.
МуХа
Руссанан тәржемә ителде
Сәйер донъя төркөмөнән.