-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2021, 09:05

Күҙҙәр өсөн гимнастика

Был күнегеүҙәр күҙҙәрҙең арыуын кәметә. Бигерәк тә күп уҡығанда, яҙғанда уларҙы көн дә эшләү тәҡдим ителә.

Күҙҙәр өсөн гимнастика
Күҙҙәр өсөн гимнастика

* Күҙҙәреңде ныҡ итеп ас та битеңдең мускулдарын, күҙҙәрең тирәләй тиреңде көсөргәндер. Ошо килеш 2–3 минут торғас, ял итеп ал да күнегеүҙе тағы бер нисә тапҡыр ҡабатла.
* Ручка йә ҡәләм тотоп ҡулыңды алға һон. Шунан күҙеңде алмай яйлап ҡына танауыңа яҡын килтер ҙә кире йырағайт. Арығас, күҙҙәреңде йомоп ял итеп ал.
* Диванға ултыр ҙа башыңды ҡыбырлатмай ғына тәүҙә – уңға, һулға, шунан өҫкә һәм аҫҡа ҡара. Күнегеүҙе 1–2 минут дауамында эшлә.
* Уң ҡулыңдың һуҡ бармағын йөҙөңдөң уртаһына тура килерлек итеп 20–30 сантиметр алыҫлыҡта урынлаштыр. Бармаҡ осона 2 секунд ҡарап тор ҙа һул усың менән һул күҙеңде ҡаплап 2–3 секунд көт. Шунан уң күҙеңде ҡапла. Йәнә ике күҙең менән бармаҡ осона 2 секунд ҡара. Күнегеүҙе 5 тапҡыр ҡабатла.
* Тәҙрә быялаһында бәләкәй генә нөктә тап. Урамдағы берәй йырағыраҡ объектты һайла. Тәҙрәләге нөктә менән объектың бер һыҙыҡта урынлашһа, һәйбәтерәк. Тәүҙә ҡарашыңды нөктәгә төбә, шунан башыңды ҡыбырлатмай ғына объектҡа йүнәлт. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатла.

Фото: znanio.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в