Уны әҙерләү өсөн 200 грамм краб таяҡсылары, 200 грамм консерваланған шампиньон бәшмәге, һуған, ярты стакан бешкән дөгө, бер бәләкәс кенә банка консерваланған кукуруз, бер йәшел ҡыяр, өс бешкән йомортҡа, майонез, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы, йәшел үләндәр кәрәк буласаҡ.
Краб таяҡсыларын, йомортҡа, ҡыяр, һуған, шампиньонды ваҡлап турайһың да һуңынан һуған менән бәшмәкте бергә ҡыҙҙырып алаһың. Салат һауытына тәүҙә – дөгө, һуңынан йомортҡа, краб таяҡсылары, ҡыяр, һуғанлы бәшмәк, кукурузды сиратлап һалырға. Һәр ҡатына йоҡа ғына итеп майонез һөртәһең. Иң өҫкө ҡатҡа ваҡланған йомортҡа һарыһы һибеп, йәшел үләндәр менән биҙәргә. Салат бик тәмле килеп сыҡмаҡсы. Табындарығыҙ йәмле үтһен!
Фото: дарник.рф
https://kiziltan.ru/articles/poleznoe/2020-12-31/maestro-salaty-1238001