-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Декабрь 2021, 14:00

Бөгөн – виолончель көнө

29 декабрь виолончелдә уйнаусыларҙың рәсми булмаған байрамы билдәләнә. Был көн юҡҡа ғына һайланмаған, 1876 – 1973 йылдарҙа йәшәгән күренекле виолончелист, дирижёр, композитор, музыка-йәмғиәт эшмәкәре Пабло Казальстың тыуған көнө алынған.

Бөгөн – виолончель көнө
Бөгөн – виолончель көнө

Пабло Казальс, Пау Касальс булараҡ та, иң яҡшы виолончелистарҙың береһе һәм виолончелде популярлаштырыуға өлөш индереүсе булараҡ билдәле. Дүрт йәшендә генә атаһы етәкселегендә скрипкала, фортепьянола һәм флейтала уйнай башлай. Виолончелде ул Барселоналағы музыка мәктәбендә уҡығанда үҙләштерә. Пабло Казальс Европа, унан донъяның күп илдәре буйлап гастролдәрҙә йөрөй башлағас, 20 быуат башында бөтә донъяға билдәле булған музыкант булып таныла.

Фото: vk.com

Автор:Г. Рамазанова
Читайте нас в