+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ғинуар 2022, 09:00

ҒАИЛӘМ-ҠӘЛҒӘМ БУЛҺЫН ӨСӨН

Ғаилә  - ул атай-әсәй, ағай-ҡусты, апай-һеңле, йәғни туғанлыҡ ептәре менән тығыҙ бәйләнгән бик яҡын кешеләр берләшмәһе. Һәм уның үҙ ҡанундары, тәртиптәре лә була. “Ояһында – ни, осҡанында шул” ти бит халыҡ та. Шуның кеүек тормоштоң тәүге дәрестәрен әҙәм үҫкән ғаиләһендә ала һәм, үкенескә ҡаршы, тәүге хата аҙымдарын да. Ғаилә ҡанундары ниндәй улар? Ғаилә башында кем торорға тейеш? Ғаиләлә бала нимәләргә өйрәнә ала? Кемдән үрнәк ала? Һәм ғаилә алдында уның ниндәй бурыстары бар? Был һорауҙарға яуаптарҙы журнал уҡыусыларыбыҙ һөйләгәндәрҙән эҙләнек.

ҒАИЛӘМ-ҠӘЛҒӘМ БУЛҺЫН ӨСӨН
ҒАИЛӘМ-ҠӘЛҒӘМ БУЛҺЫН ӨСӨН

Ғаилә  - ул атай-әсәй, ағай-ҡусты, апай-һеңле, йәғни туғанлыҡ ептәре менән тығыҙ бәйләнгән бик яҡын кешеләр берләшмәһе. Һәм уның үҙ ҡанундары, тәртиптәре лә була. “Ояһында – ни, осҡанында шул” ти бит халыҡ та. Шуның кеүек тормоштоң тәүге дәрестәрен әҙәм үҫкән ғаиләһендә ала һәм, үкенескә ҡаршы, тәүге хата аҙымдарын да.

Ғаилә ҡанундары ниндәй улар? Ғаилә башында кем торорға тейеш? Ғаиләлә бала нимәләргә өйрәнә ала? Кемдән үрнәк ала? Һәм ғаилә алдында уның ниндәй бурыстары бар?

Был һорауҙарға яуаптарҙы журнал уҡыусыларыбыҙ һөйләгәндәрҙән эҙләнек.

 

АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА, ШАҒИРӘ, ЖУРНАЛИСТ:

-- Беҙҙең 9 балалы ҙур ғаиләбеҙҙә атай мәрхүм баш булды. Ул үҙе ғүмерҙә беҙгә ҡул күтәреп һуҡмаһа ла, әсәм шикелле әрләмәһә лә, беҙ уның ҡарашынан да ҡурҡа инек.

Атайым – тирә-йүндә даны таралған балта оҫтаһы ине. Ул әле мин тыуғас (1968 йылда) һалып сыҡҡан сираттағы өйөнөң тәҙрәләрен шул осорҙа уҡ евро итеп эшләгән – рамдарына ике ҡатлы быяла ҡуйылып, беҙҙең тәҙрәләр ғүмерҙә туңманы. Хәҙер генә шул ике, өс ҡат быялалы тәҙрәләрҙе “евро” тигән булып, сит илдә уйлап табылған, тип ебәрәләр. Атайым Рәжәп Тайып улы ундай рамдарҙы 1968 йылда уҡ эшләгән!

Атайым оҫта мейессе, һунарсы, мал йәнле кеше ине. Ул бик егәрле булып, таң тишегенән тороп оҫталыҡ избенкаһында (беҙҙеңсә изуңка) кешегә йә өҫтәл, йә һандыҡ, йә рам-маҙар эшләй ине. Уның үҙе эшләп алған ҡырғыс станогы булып, шунда өҫтәл, ултырғыс боттарын йомро ғына итеп ҡырҙыртып, узорлап-семәрләп эшләй ине.

Уның кешелә булмаған оҫталыҡ инструменттары булып, улары бик ҡәҙерләп лар эсендә һәр береһе үҙ урынында (махсус ҡыҫтырып-беркетеп ҡуя торған) һаҡлана һәм шуларҙың берәйһе юғалһа, ағайымдарға эләгә ине.

Атай мәрхүм оҫта һунарсы булып, ҡышына 5-6 баш болан, яҙ әллә нисәмә һуйыр алыр, улары менән күрше-күлән, мохтаждарҙы ҡарар ине. Ул ҡортон да көттө, йылҡы малы өсөн йәнен бирҙе. Колхоз атына һыу эсерер өсөн төнгө 3-4-тәрҙә тороп йөрөр ине. Һарайҙы тиҙәктән насар таҙартһаҡ, түшәгегеҙгә тубырсыҡ һалып йоҡлатам, тир ине. Ныҡ намыҫлы, ҡыҙыу, тура һүҙле ине ул. Һүҙҙе күп һөйләмәне. Уның ни әйтерен беҙ күҙ ҡарашынан аңланыҡ.

Әсәйем, атайым һис ҡасан өйҙә тормаһа ла, атаң ни әйтер, унан һорағыҙ, тип торҙо гел. Атай абруйын ул булдырғандыр, тим.

Бала саҡтағы иң күңелле, иң һағындырған мәл – әсәй : “Бар, атаңды тамаҡ ашарға саҡырығыҙ!”-тиһә, ҡусты-һеңлем менән бер-беребеҙҙе уҙыша-уҙыша кемалыҡтан саба инек. Минең өсөн Ер шарында атайым һымаҡ ир-ат бүтән юҡ. Ул – ир-ат эталоны. Ысын мәғәнәһендә. Аллаһҡа рәхмәтлемен миңә ошондай АТАЙ бүләк иткән өсөн! Башҡа ир-атта уның һыҙаттарын эҙләп таба алмау ҙа – минең бәлә...

 

ЭЛЗИЛӘ КИРАМАНОВА, БАЙМАҠ РАЙОНЫ:

--Беҙҙең үҫкән ғаиләлә һәр саҡ атайым баш булды, ә әсәйем уның уйҙарын, әйтерен һиҙеп-күреп тора торған бер прибор һымаҡ ине хатта. Һәм ипләп кенә уны тейешле яҡҡаә бора ине. Быны шулай эшләһәк нисегерәк булыр икән, тип. Атайым аҡсаны үҙе тотто. Ергә , һарыҡ , һыйыр башына налогты үҙе түләне. Бик хәстәрле ине, мәҫәлән, йәй ваҡыттында утын алып, бесәнгә тиклем утынды ҡул бысҡыһы менән бысып, ярып ҡуя инек. Хәтер ҙә, 10 июлгә бөтөргә тейеш ине, сөнки Ә 15 июлдә бесән башлата.

Аҙыҡ-түлекте лә һәр саҡ тоҡлап алыр ине. Кейем тураһында инде әйтеп тораһы ла юҡ. Был балаға шул кәрәк тегенеһенә был кәрәк тип әсәйем әйтеп тора, ул ала. Әсәйемде лә ул яҡтан ҡыйырһытманы, матур кейендерҙе. Атайыбыҙ тәмәке тартманы, араҡы ла эсмәне. Шөкөр, беҙҙә лә шулай өйрәтте, яман ғәҙәттәрҙән ныҡ тыйҙы.

Үҙе бик бөхтә кеше ине, көтөүсе генә булһа ла, һәр ваҡыт костюм менән йөрөнө, икенсерәк әйткәндә, юғары интеллектлы кеше булды. Кис клубҡа сыҡһаҡ төнгө сәғәт 12-лә өйҙә булырға. Уның һүҙен йығыу йәки ҡаршы сығыу тигән уй башҡа ла инмәй. Атай абруйына шул хәтлем ныҡ буйһонғанбыҙ. Атайыбыҙ ысын ислам ҡанундары менән йәшәгән, тип уйлайым.

Үкенескә ҡаршы, бөгөн бына ошо юҡ. Атай абруйы булмағас, ғаиләлә бөтөн ҡанундар ҙа йомшарған. Элек беҙҙә өлкән ағай-апайҙар бәләкәстәре өсөн ғүмергә яуаплы инеләр. Бәләкәстәре олоғайған ағай-апайҙарын ташламаҫҡа, ярҙам итергә тейеш инеләр. Кемдер туғанын ҡарашмаһа, хәлен белешеп, ярҙамлашып йөрөмәһә йәмһеҙ, ярамаған күренеш итәләр ине.

 Бөгөнгө ғаиләләрҙә күпселек ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре хужа булырға теләй. Ир -егеттәрҙен уй - фекерҙәре менән иҫәпләшмәйҙәр, уларҙы аҡса алып килеп биреүсе итеп кенә күрәләр.

Ҡыҙымдың ғаиләһе менән йәшәйем. Аллаға шөкөр, кейәүем донъяның бөтөн эре эштәрен үҙе хәстәрләп, ғаиләһен матур ҡарап тора. Ҡатыны ҡайҙан-нимә табайым тип ултырмай, сөнки ире намыҫлы, яуаплы кеше. Ял көнө ейәнем ҡайтаһа беҙ залда йыйылып күмәкләп сәй эсәбеҙ һәм берәй яҡшы кино ҡарайбыҙ, йә концертҡа барабыҙ. Ошондай берҙәм саралар ғаиләне яҡынайта йәки бер- береңә хөрмәт уята тип уйлайым.

 

ТАМАРА ҒӘНИЕВА, БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ:

-- Мин үҫкән өйҙә шул тиклем патриархат ине, атайҙың һүҙенән берәү ҙә сығалмай. Атайым бит инде – ҡыпсаҡ (был үҙе бер диагноз), фронтовик, комбат! Ғаиләне генә түгел, бөтөн ауылды тотоп тора. Шундай натура янында һыйышып һәм һыйып йәшәү өсөн ҡатын-ҡыҙға йәки тулыһынса баш һалыу йәки ҡасып китеү генә ҡала. Әсәйем баш һалған да, күрәһең. Һәм мин дә баш һалып, буйһоноп үҫтем.

“Тормош нисек булырға тейеш” тигән барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә мин ошо атай-әсәйем тәрбиәһендә өйрәндем. Был ике ярым белемле, ярым наҙан булған кешеләр мин белгән иң интеллигент әҙәмдәр ине. Интеллигент ул күп белеү, күп уҡыу ғына түгел, ә донъяға, кешеләргә мөнәсәбәте менән баһаланып, үҙ йәмғиәтендә бер ниндәй хилафлыҡ ҡылмай, ҡарғыштар алмай йәшәй белеү. Улар ҙа миңә үҙ белгәндәрен һеңдерҙе, шул орлоҡто һалды. Юлда ятҡан бер һәнәк бесәнде лә һалып алмай торған бик намыҫлы, ғәрсел булдылар. Бурысҡа алыуҙы иң оят ғәмәл итеп һананылар һәм мине лә шулай өйрәттеләр. Шуға мин дә, ниндәй ауыр хәлдәрҙә лә, үҙем тапҡан тингә генә таянырға тырыштым.

Әсәйем 74 йәштә вафат булды. Бер ҡайтҡанда ауылдаштарымдан “Һеҙҙең минең әсәйемә берәй дәғүәгеҙ бармы?” тип һораным. Ауылдаштар: “Һинең әсәйең кеүек беҙҙә берәү генә ине” тинеләр. Сөнки, ул бөтөн ауылға писарь ролендә ине, кемгә документ, кемгә ғариза яҙа, русса яҡшы белә, грамоталы. “Әминә еңгә, ошолайтһаҡ нисек булыр икән” тип уға кәңәшкә ирҙәр ҙә килә ине. Һәм бөтөн ошоларҙы күреп үҫкән мин, кешеләргә кәрәкле булыуҙы әҙәм ғүмеренең асылы икән тип белдем.

Бына мин ошолай бер-береһенә терәк булып йәшәй белә торған быуын вәкилдәре ҡулында тәрбиәләндем. Һәм шунда уҡ, оло бала булараҡ, бәләкәйҙәрҙе ҡарарға кәрәклекте белдем. Быға хатта өйрәтмәйҙәр ҙә ине, һин уларҙы, ҡан туғандарыңды, йәндәй күреп яратаһың һәм йәлләйһең. Был тойғолар миндә ғүмер буйына йәшәне, хатта вафат ҡустымдың балаларын да ҡарап үҫтерҙем.

Ғаилә тиңлек, бер-береңә хөрмәт нигеҙендә ҡоролһа ине ул. Әммә был бик һирәк күренеш. Үкенесҡа ҡаршы, хәҙер ғаиләлә йә ир кеше баш, хужа, хатта диктатор ролен үтәй. Ҡатынына ҡул күтәрә. Ҡатынына "көсө еткән" ир, минең уйымса, иң мөртәт кеше ул. Билдәле бит, ирҙәр тыумыштан физик яҡтан көслө була, тимәк, ҡатынын имгәтерен яҡшы белә.

Ҡаты-ҡыҙ ғаилә башлағы булған ғаиләләр була. Балалар атайҙарын һанға һуҡмай үҫә. Был да яҡшы түгел. Мин атай -атай урынында булған, ғаиләнең именлеге, етешлеге хаҡында хәстәрлек күргән ирҙәр, тапҡанды тәләфләмәй тотона белгән ҡатын-ҡыҙ булғанда ғына балалар ҙа бәхетле булалыр, тип уйлайым.Ә ғаиләнең төп шатлығы һәм бурысы - балалар бит.

 

САЛАУАТ ЗАРИПОВ, САЛАУАТ ҠАЛАҺЫ:

--Элек ғаиләләр өләсәй-олатайҙар менән бергә йәшәне бит. Шуға күп осраҡтарҙа ғаиләнең башлығы улар була ине. Бигерәк тә өләсәйҙәр, ҡартәсәйҙәр. Йәш ғаилә тулыһынса уның һүҙенә буйһона.

Мин ҡартәсәй тотҡан ғаиләлә үҫтем. Ул хатта атайымды – улын да тота ине. Атай эштән һуң берәй ҡалып, эсеп-маҙар ҡуйһа ла, ҡартәсәй уны эҙләп табып алып ҡайта. Ә әсәй улайтып йөрөргә ҡурҡа атайҙан. Әсәһенә атай өндәшә алмай, хатта әрләһә лә шым ғына тыңлай. Әсәй менән атай үҙ-ара талашып киткәндә лә, ҡартәсәй уларҙы тыя торғайны. Шуға өйҙә ыҙғыш-маҙар бик һирәк кенә ишетелде.

Ҡартәсәй өйрәтте мине лә күп нәмәгә. Ағайҙарыңды тыңла, уларға һин ҡаршы әйтергә тейеш түгел, тине. Һеңлеңде яҡлашып, ҡарап йөрөргә бурыслыһың, тип. Өйгә һеңлемһеҙ ҡайтып инһәм кире бороп сығарып ебәрә торғайны. Йәки һеңлемде асыҡтырып оҙаҡ йөрөтһәм дә әрләй, өҫ-башын ҡарамай өшөтһәм дә. Бөтөн был хәстәрҙең минең өҫтә икәнен белеп-аңлап үҫелде. Шуға әле лә, үҙебеҙ арыуыҡ олоғайһаҡ та, һеңлемде уйлап йөрөйөм, ярҙам итергә тырышам.

 

САНИЯ ХӘЙБУЛЛИНА, БАЙМАҠ ҠАЛАҺЫ:

--Беҙ атайһыҙ үҫтек, атайыбыҙ иртә вафат ине. Әсәй ҡулында дүрт бала. Фермала һауынсы булып эшләй. Ағайым менән апайым мәктәптән ҡайта ла әсәйгә ярҙам итергә китә. Ағайым тиҙәк көрәй, малдарға аҙыҡ ташый, апайым һауыша, быҙауҙарын имеҙешә. Мин өйҙә ҡустымды ҡарап, белгәнсә ашарға бешереп, өйҙө йылытып торам. Һәр беребеҙ үҙенең бурысын үтәп, хәленән килгәнен эшләй. Нисек тә әсәйҙең хәлен еңеләйтергә тырышабыҙ инде.

Әсәй мәктәп йыйылышынан һуң көймәһен өсөн яҡшы уҡырға, дәрестәрҙе матур итеп әҙерләргә кәрәк. Өйгә эште апайҙан тикшертеп алам. Кейемде лә үҙебеҙ йыуып, үтекләп алабыҙ. Ял көнө былай ҙа әсәйҙең кере күп була. Уға икмәк һалғанда ла, өйҙәге малды ҡарағанда ла, бесәндә лә булышабыҙ, бер ваҡытта ла ҡайҙалыр яңғыҙын сығарып ебәрмәйбеҙ. Әсәйебеҙ йыш ҡына: “Әл дә һеҙ бар, әл дә барын эшләй беләһегеҙ” тип маҡтап алыр ине.

Әсәй юҡ инде бөгөн. Әммә унан өйрәнеп ҡалған тәртиптәрҙе тотабыҙ: бөтөн ҙур эштәрҙе йыйылып бергә башҡарабыҙ. Байрамдарҙы ла бер табында итергә тырышабыҙ. Әсәй шулай “бер-берегеҙгә тотоноп тороғоҙ, бер-берегеҙҙе тартып, аяп тороғоҙ” тип күнектергән. Балаларыбыҙҙы ла тығыҙ ҡатыштырып үҫтереп киләбеҙ.

 

АЛЬБИНА ТАНҒАТАРОВА, ӨФӨ ҠАЛАҺЫ:

--Ғаиләлә балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен ата-әсә көйләй. Уларҙы бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булырға, яратырға, яҡлашырға, хәстәрләргә өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта, бындай тәрбиәне бирә алыу өсөн ата-әсәнең дөрөҫ йәшәүе лә зарур. Эскән ата-әсәнән, мәҫәлән, ниндәй яҡшылыҡҡа өйрәнһен бала? Шуның кеүек, балаң нисек булырын теләһәң – үҙең шулай бул.

Мин ике малайҙы үҙем үҫтереп киләм. Аталары эскәс, беҙҙе ҡыйырһытҡас айырылыштыҡ. Улдарымды нисек тә йәшел йыландан йыраҡ тоторға тырышам, аталарының хаталарын ҡабатламаһындар тием. Уларҙың иңенә йәшәйеш проблемаларын да һалам. Мәҫәлән, квартплатаны түләүҙе, тикшереп тороуҙы, аҙыҡ-түлектең самаһын белеүҙе, нимә кәрәк икәнде ҡарауҙы, баҙарға йөрөүҙе лә улар икеһе башҡара. Уҡыуҙарын да үҙ яуаплылыҡтарына һалғанмын. Тырышалар былай, спорт менән дә шөғөлләнәләр. “Мин ҡатын кеше, миңә һалышмағыҙ, ә бына мин һеҙгә һалышырға мөмкинмен” тием уларға. “Ярай, әсәй, эшләй башлаһаҡ һине өйгә генә тотасаҡбыҙ, күлдәк тә, духи ла, туфли ҙа алып бирәбеҙ” тип хыялланып алалар. Балалар бит инде.

Үҙем атайлы үҫкәс, арҡалы булдым һәм улдарыма шул арҡа етмәүен яҡшы төшөнәм. Ауылға ағайым ҡулына ебәреп алам шуға, ирҙәр тауышына, холҡона күнһендәр, ҡатылыҡ күрһендәр, тип. Ғаиләлә ир тәрбиәһе ул күҙгә күренмәҫ, әммә тойола торған ҡөҙрәтле көс шул.

 

ДАЯН МӘЗИТОВ, ЖУРНАЛИСТ:

--Ғаиләлә, әлбиттә, атай кеше баш булырға тейеш. Был элек-электән шулай. Мосолман илдәрендә генә түгел, башҡа халыҡтарҙа ла. “Ниңә икән һуң?” – тип аптыраусылар барҙыр. Яуап ябай ғына: “Ирҙәр көслөрәк”.

Ҡайһы берҙә ғаиләләге иерархияны үҙгәртергә тырышалар. Был бит – донъялағы тәбиғи ҡанундарға ҡаршы сығыу. Ир ҙә, ҡатын да бер төрлө була алмай, уларҙың араһындағы айырма тән төҙөлөшө менән генә сикләнмәй.

Беҙҙең ғаиләлә лә күп нәмәне атайыбыҙ хәл итә ине. Шулай ҙа ул өйҙә хужа булыуын танытырға тырышманы, бойорорға яратманы, әсәйебеҙ менән балалар йәки башҡа кешеләр алдында ирешеп ултырғанын да иҫләмәйем. Нисектер барыһы ла үҙ яйына барҙы: атай ҡарар ҡыла йәки үҙе башлай, бүтәндәр әйткәнде үтәргә керешә йәки уға эйәрә. Атайым – әсәйемде, әсәйем атайымды баҫып маташманы, яманлап һөйләп йөрөмәне, мөнәсәбәттәрен үҙ-ара асыҡлағандарҙыр. Әсәйем бер ваҡытта ла ғаилә башлығының һүҙен йыҡманы, бик кәрәккәндә генә уға ипләп кенә үҙ фекерен белдерә ине. Атайым да гел ҡаты торманы, ҡатынының әйткәндәренә ҡолаҡ һалды. Ә инде беҙ берәй төрлө ваҡ мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итһәк, ғәрләнгәндәй булып: “Ана, әсәгеҙҙән һорағыҙ”, – ти торғайны. Һәм беҙ шул тәртипте алдыҡ: атайҙы ваҡ мәшәҡәт менән борсомаҫҡа, әсәйҙән нимәнелер хәл итеүҙе талап итмәҫкә.

Минең ғаиләлә лә әллә ни айырма юҡ, кәләшем менән үҙ урыныбыҙҙы белергә һәм бер-беребеҙҙе кәмһетмәҫкә тырышабыҙ. Хужа булыу өсөн уҫаллыҡтан бигерәк яуаплылыҡ тойғоһо кәрәктер, тип уйлайым. Әгәр ир ҡатыны һәм балалары хаҡында ныҡлы хәстәрлек күрә, ғәҙел һәм һүҙендә тороусан икән, уны хөрмәт итәсәктәр.

 

Аллаһы тәғәлә бушҡа ғына балаларҙы ике кеше союзынан яралтмаған һәм ир менән ҡатынды ғаилә итеп берләштермәгән. Балаларҙы тәрбиәләп үҫтереүҙә уларҙың икеһенең дә үҙ ролдәре бар. Һәм ғаиләнең ҡанундары ла тап ана шул ике йыныс ағзаларының тәбиғи мөмкинлектәренә ҡарап яратылған. Был ҡағиҙәләр боҙолһа йәки ҡанундарҙан тайпылыш булһа, ғаиләгә зыян килә. Сөнки, ғаилә закондары улар шул уҡ кешелек закондары.

 

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: