+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ғинуар 2022, 13:00

ЭЛЬБРУС

--Минең хыялым, ысынында, егер булыу ине... Кешеләр, хайуандар һәм тәбиғәт араһында, ҡайҙалыр урманда, күл эргәһендә йәшәрмен тип уйланым. Спортҡа ылығып киткәндә лә, аҙыраҡ шөғөлләнеп алам да, танһығымды ҡандырғас, егер булып сығып китәм, тип ысынлап пландар ҡорҙом. Тик ҡыҙыҡһыныуҙарым мине был өлкәгә нығыраҡ һөйрәне.

ЭЛЬБРУС
ЭЛЬБРУС

Эльбрус Ниғмәтуллин тигәндә, беҙ уның Рәсәйҙең иң көслө кешеһе икәнен дә һәм шул шәхестең башҡорт милләтенән булыуын да беләбеҙ. Поездарҙы, трамвайҙар составын, 1 800 тонна тартҡан борамды (паром) күсереп йөрөтһөнмө, һауа шарын (аэростат) 2 минут 35 секунд эсендә туҡтатһынмы, 195 тонна тартҡан “Ан-124” самолетын 7 метр арауыҡҡа һөйрәтһенме, утыҙ тонналыҡ йортто урынынан күсерһенме, бер тонналыҡ дөйәне елкәһендә күтәрһенме (оҙайлы ваҡытҡа), икеһе ике яҡҡа сапҡан аттарҙы туҡтатһынмы (был трюкты әлегә бер кем дә эшләмәгән) – башҡорттоң ғына түгел, Европаның иң ғәйрәтле баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллиндың күрһәткестәре бының менән генә сикләнмәй. Уның ҡайҙа ниндәй рекордтар ҡуйыуын, нисә тонна ауырлыҡ тартыуын һәм башҡаларҙы ла күҙәтеп барабыҙ. Ә бына тормошта ниндәй кеше, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй һәм донъяны ҡабул итеү фәлсәфәһе ҡайһылайыраҡ икәнде белгәндәр һирәктер. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, башҡорт батырын һөйләшеүгә саҡырҙыҡ һәм әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

 

Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарға беҙ йәлләү ҙә, һоҡланыу ҙа аша ла ҡарап өйрәнгәнбеҙ. Ситтә булғастары уларға ҡыйындыр, күңелһеҙҙер, ауырҙыр һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың Башҡортостандағыларға ҡарағанда ла рухлыраҡ икәнлектәре һиҙелә.  Ысынында нисек ул ситтә йәшәгән башҡорттарға?

Эльбрус Ниғмәтуллин: -- “Ситтә” тигән һүҙҙе шундуҡ алып ташлайыҡ. Территория яғынан беҙ республика эсендә түгел, әммә бер нисек тә “ситтә” лә түгел. Силәбе ерҙәрендә борон-борондан минең ата-бабам йәшәгән, мин уларҙың төйәгендә тыуып үҫкәнмен. Башҡортостандан ситтә йәшәү беҙгә “бына беҙ ситтә һәм милли мөхитенә мохтажбыҙ” тип мыжырға ла йәки “беҙгә ярҙам кәрәк” тип бахырланырға ла сәбәп түгел. Бер ваҡытта ла үҙемде ситләтелгән, кемдәрҙәндер айырылған, етемләтелгән итеп тойманым. Олатай-әләсәйем, атай-әсәйем, туғандарым, ауылдаштарым араһында бик тә үҙ төйәгемдә, үҙ милләтем араһында булып үҫтем. Һәм бөтөн һеҙ атағанса “ситтә” йәшәүселәр ҙә шулайҙыр тип уйлайым.

 

Һеҙ башҡортса һөйләшәһегеҙ?

--Башлыса русса һөйләшәм, әммә туған телемде яҡшы беләм. Мин үҙебеҙҙең арғаяш һөйләшендә аралашып үҫкәнмен, башҡа төрлө диалекттарҙы белмәйем. Башҡортостанға килгәндә һәм башҡорттар араһында башҡортса аралашып ҡайтҡы килгәндә, йыш ҡына минең һөйләшемдең үҙҙәренекенән айырылыуы тураһында иҫкәрттәләр ине. Ҡайһы саҡ хатта әйткән һүҙҙәремдән көлөп ебәрәләр. Миңә ул ваҡытта егерме нисә йәштәр генә булғандыр, уңайһыҙланам да руссаға күсәм. Шул саҡта, әллә мин дөрөҫ һөйләшмәйем микән, тигән уй тыуа торғайны. Һәм миңә бер аҡыллы кеше шундай яҡшы уй һалды. “Эльбрус, һин бик боронғо һөйләштә аралашаһың”, - тине. Мин әйтәм: “Мин бит йәш, нисек итеп мин боронғо телде беләйем?” тим. “Һинең телең боҙолмаған, үҙгәрмәгән, башҡа диалекттар менән ҡатнашмаған, әҙәбиләштерелмәгән шуға ла боронғолоғонда таҙа һаҡланған” тип аңлатты. Шунан алып мин мине аңлағандай башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтар менән үҙ телемдә тартынмайса һөйләшә башланым.

Ысынлап та, беҙҙең арғаяш һөйләше урыҫ теллеләр араһында ҡалып, көнкүреш кимәлендәрәк булып, консерва банкаға бикләнгәндәй хәлгә ингән. Боҙлоҡ аҫтынан шап-шаҡтай килеш мамонттар килеп сыға бит, шуның кеүек.  Уға тыштан да, эстән дә йоғонтолар яһалмаған. Һүҙҙәр ата-бабалар заманында нисек әйтелһә, бөгөн дә шулай һаҡлана.  

 

Һеҙ сит илдәрҙә, башҡа милләттәр араһында йәки фанаттарығыҙ менән аралашҡанда башҡорт икәнлегегеҙҙе белдерәһегеҙме?

--Мин бер ерҙә лә артыҡ үҙемде “мин – башҡорт” тип күрһәтмәйем. Улай итеп ҡысҡырып йөрөү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем. Асылда минең башҡортлоҡто минең менән аралашҡан һәм минең спорт өлкәһендәге күрһәткестәрем менән ҡыҙыҡһыныусылар белә. Хатта ҡайһы бер украин, әрмән, немец милләттәре вәкилдәре лә, минең милләтемә хөрмәт йөҙөнән, башҡортса өйрәнеп маташтылар. Сираттағы бер бәйгелә Канаданың иң көслө кешеһе Доминик Филиуҙы еңгәс, ул “Киләһе уйында Эльбрусты уның туған телендә сәләмләйәсәкмен” тип вәғәҙә бирҙе. Былар барыһы ла кешене белергә теләгәндән, уның менән ҡыҙыҡһынғандан килә. Ә башҡаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ниндәйҙер хеҙмәтең, уңыштарың булырға тейеш.

Бөгөн интернетта ла, башҡа ерҙә лә йәштәр “Мин башҡорт” тигән лозунгыны алға ҡуйҙы. Был бер яҡтан яҡшы ла күренеш, икенсе яҡтан, ундай һүҙҙе ҡысҡырыр алдынан шул уҡ башҡорт өсөн нимәлер эшләргә кәрәктер тип иҫәпләйем. Йәштәргә, мәҫәлән, яҡшы уҡырға, сәләмәт тормош алып барырға, аң-белем өлкәһендә уңышлы булырға, яҡшы эшкә урынлашырға, матур ғаиләләр булдырырға һәм башҡалар. Ауылда эшһеҙ ятып, ара-тирә ниндәйҙер ғауғаларҙа ғына ҡайнашып, интернет аша нимәләрҙелер хуплап йә шелтәләп ятыу һинең башҡортлоғоңа файҙа килтермәҫ. Һин “мин – башҡорт” тип ҡысҡырма, ә һине “бына ул башҡорт” тип әйтерле булһындар.

 

Һеҙ үҫкән ғаиләлә ниндәй мөхит ине? Ниндәй тәрбиәүи алымдар, принциптар, мөнәсәбәттәр һеҙҙән бөгөнгө шәхесте формалаштырҙы икән тимен...

--Мин Силәбе өлкәһе Сосновка районының Субары (Сыбар) ауылында тыуып үҫтем. Ауыл халҡы тулыһынса ауыл хужалығы менән шөғөлләнде, ян-яҡта йәйрәп ятҡан туғыҙ сәсеүлек яланы. Бөтөн төрлө культуралы үҫемлектәр ҙә сәселә ине. Иген, көнбағыш, ҡарабойҙайҙар диңгеҙ булып тулҡынып ултырҙы. Бөтөн был баҫыуҙарға техника базаһы ла көслө булды. Атайым ауылдың тимерлегендә тимерсе ине. Бөтә хеҙмәткә лә оҫта: йорттар төҙөнө, тимер сүкене, ағас эшен белде. Элек бит йорт-кәрәк яраҡтарындағы тимер-томор һатыуҙа булманы, йәмкәнән, һоҫҡонан башлап халыҡ эшләтеп ала ине. Бөтөн райондан уға киләләр, аттарын дағалаталар. Дағаларҙы ла ул үҙе ҡойоп яһай. Самауырҙан арбаларға тиклем алып киләләр, сиратҡа теҙелеп китәләр...

Атайым өсөн был тимерлек ижадхана ине, ул унда илһамланып, ихласлап эшләй торғайны. Мин бәләкәйҙән үк шунда барып, осҡондар сәселгән тимерҙе сүкеүен, уттан алып һыуға тығып, бер киҫәктән ниндәйҙер кәрәкле әйбер килтереп сығарыуын һоҡланып ҡарап ултырырға яраттым. Иң ҡыҙығы, ул бит быларҙы аҡсаға ла башҡарманы. Маҡтауға, аш-һыуға, эскелеккә йәки хөрмәт, ярҙамсыллыҡ йөҙөнән дә эшләне. Бындай ҡылыҡ ғәҙәти ине ауылдаштар араһында.

Миңә балаларҙа күреп велосипед һорағас, ул уйланып торҙо ла, тәҙрә наличниктары эшләп һатты. Был уның шундай түләүгә яһаған тәүге тауары булғандыр әле. Шул ваҡыт аҡса күләмен тәҙрә яңаҡтары менән үлсәнем мин дә. Өс тәҙрә минең бер сәпитем, тип уйланым. Унан беҙ ул сәпитте күрше ауылдан барып алдыҡ. Биш йәшлек балаға ололар велосипеды алынды, башҡаһы юҡ ине. Тәүге йылы этеп, унан аҫтынан йөрөп... Минең хыялымды тормошҡа ашырған атайымдың был бүләген бер ваҡытта ла онотмайым.

Әсәйем хеҙмәт юлын һауынсы булып башлаған. Унан иген ырҙынында, ферма лабораторияһында эшләне.

Минең шәхес булып формалашыуымда атай-әсәйемә ҡарағанда олатайым Ялалетдиндың йоғонтоһо ҙур булғандыр. Ул һуғыш ветераны булып, күпте күргән, күпте кисергән. Хәтерләүемсә, һәр ваҡыт уның ҡултыҡ аҫтында ултырҙым, ниндәйҙер әкиәттәрен, тарихтарын, мажараларын тыңланым. Ул күңелендәген миңә күсереп ҡалдырырға теләгән, моғайын, саҡырып алып, эйәртеп йөрөтөп һөйләшер ине. Бик изгелекле, шаян булды. Һуғыш хаҡындағы тарихтарында ла үлем, ҡанҡойош түгел, ә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, еңеүгә атлығып барыу ине. Шуға ла мин бала саҡ хәтирәләренән һуғышты бер батырҙар йыйылып һабантуй үткәргән кеүек итеп иҫләп ҡалғанмын. Һәм донъяла бер генә яуызлыҡ тигән нәмә бар, уныһы ла немецтар, тип ҡабул иткәнмен.

Олатайым үҫкәнемде көтөп ала алманы. Әйләнә лә “Нисә йәш әле һиңә?” тип һорай торғайны. Мин “биш”, “ете”, “һигеҙ” тием. “Армияға тиклем нисә йыл бар?” ти унан. Һанайбыҙ ҙа, “эх, оҙаҡ шул” ти. Мине һалдат итеп күргеһе килдеме шул... Ун һигеҙем тулғанда китеп барҙы үҙе...

Мин мәүлит айында тыуғанмын һәм атайым Мәүлитдин тип ҡушырға булған. Баланың исем туйына йыйылғас, олатайым ҡапыл ҡырҡа икенсе исем тәҡдим иткән. “Эльбрус” тигәндең нимә аңлатҡанын да төшөнмәгәндер инде унда күптәр, әммә олатайҙың һүҙенә ҡаршы килә алмағандар. “Ысын кеше буласаҡ ул” тип исеменә аңлатма ла биргән ҡарт.

Был исем менән мин бер ерҙә лә күләгәлә ҡала алманым. “Эльбрус?” тип аптырап һорайҙар. Унан хәтерләп ҡалмайҙар ҙа,  бөтөн тауҙарҙы һынап сығалар: Казбек, Брюсли, Памир... Уйлауымса, бына ошо ят тау атамаһын ҡушыуҙарының да бер ғилләһе булғандыр, тим. Бәләкәстән башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән ят шөғөлдәр, ят ҡыҙыҡһыныуҙар менән яндым.

 

Ауылда, бер ниндәй шарттарһыҙ, ят спорт төрө менән шөғөлләнә башлауығыҙ ҙа, бәлки, шул исемгә бәйлелер...

--Спорт менән мин бөгөн шөғөлләнәм. Ә ул саҡта әле “спорт” тигәндең “с” хәрефе лә юҡ ине. Бары гәзит-журналдарҙан күргән ауыр атлетика төрөнә әүрәнем генә. Башҡалар көрәшкә, ат сабышына, сәкән һуғыуға ылыҡһа, мин тимерлектән көсөм еткән тимер-томорҙо ташып алып шулайр менән шөғөлләндем. Тыйҙылар. Әммә мине нимәнәндер тыйыу ул киреһенсә теләгемде үҫтереү генә. Дәрестән ҡайтыуыма “спорт залым” туҙҙырылып, тимерҙәрем юҡ итеп бөтөлгән булғанда ла, еңмешләнеп киренән төҙөп, йыйып алдым. Бер эскәмйәлә ятып яһалма штангаларымды күтәреп ята инем, 10-15 килолыҡ тәгәрмәс ысҡынып китеп, маңлайымды йыртып сыйып төштө. Ҡойҡа ныҡ ҡанай ҙа инде. Быны күреп ҡалған өләсәйем ҡулындағы ҡомғаны менән йүгереп килеп башыма һыу ҡоя башланы. Яраға һыу тигеҙеү ярамай бит, был ярһыбыраҡ ҡанай. Ҡанға һыу ҡушылып икебеҙ ҙә ҡып-ҡыҙыл булдыҡ. Унан нимәлер менән урап, саҡ баҫтыҡ. Оло ғауға сығып китте. Мине тағы ла ҡаты тыйып ҡуйҙылар. Тик быныһы ла ваҡытлыса ғына булды. Ахырҙа яҡындарым мине был юлдан кире бороуға өмөттәрен өҙҙө. Бөтөн балалар һымаҡ ыңғайға йөрөр ҙә, хеҙмәт итеп ҡайтҡас күрше ҡыҙына өйләнер, ауылда ҡалыр, иген сәсеп урыр, тигән өмөттәре аҡланманы.

Ҡалаға киттем, һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Тик был минең фекерҙәштәр эҙләп кенә сығыуым ине. Һәм таптым да. Башта йәшәгән ятағымдың спорт залында тренажерға йөрөнөм, унан “Атлет” клубына барып инеү юлдарын таптым.

 

Һеҙҙең хыялығыҙ спортсы булыу инеме? Ниндәй маҡсат артынан атлыҡтығыҙ?

--Минең хыялым, ысынында, егер булыу ине... Кешеләр, хайуандар һәм тәбиғәт араһында, ҡайҙалыр урманда, күл эргәһендә йәшәрмен тип уйланым. Спортҡа ылығып киткәндә лә, аҙыраҡ шөғөлләнеп алам да, танһығымды ҡандырғас, егер булып сығып китәм, тип ысынлап пландар ҡорҙом. Тик ҡыҙыҡһыныуҙарым мине был өлкәгә нығыраҡ һөйрәне.

Ауылда уҡығанда уйнап үҫкән класташымдың әсәһе почтальон булды һәм улар өйөндә йөҙ төрлө гәзит-журналдар бүленеп таратыла. Дуҫыма әсәһенә, мин дуҫыма ярҙам итәм. Һәм шунда ҡулыма “Совет спорты”, “Рәсәйҙең спорт тормошо”, “ЗОЖ” тигән үҙенсәлекле баҫмалар килеп эләгә лә. Был баҫмаларҙы үҙебеҙгә лә яҙҙырыуҙарын һорайым атайымдан. Ул заманда әле ауыр атлетика, штангылар, культуристар, каратэ һәм башҡалар илдә тыйылған спорт төрҙәре ине. Улар менән подвалдарҙа, йәшерен урындарҙа ғына шөғөлләнделәр. Былар Көнбайыштың музыкаһы, кинолары, кейемдәре кеүек үк ярамаған, насар йоғонто яһаусы әйберҙәр тип иҫәпләнде.

Шул гәзиттәрҙең бер рубрикаһында уҡыусылар спорт буйынса үҙ уңыштары менән бүлешәләр, фекерләшәләр ине. Һәм мин, 15 биш йәшлек үҫмер, тот та шунда үҙ тәжрибәмде яҙ. Бер аҙна тирәһенән хат баҫылып сыҡты. Унда йүгереүем, һикереүем, граната ташлауым, күпме ауырлыҡ күтәреүем һәм башҡа үҙем өсөн бик юғары һымаҡ булған күрһәткестәрем теҙелгәйне. Ул йәштә мин ысынлап та иң юғары уңыштарға өлгәшкәнмен икән тип уйлай инем. Һәм, дуҫтар, әгәр һеҙ минең кеүек булырға теләһәгеҙ, хат яҙығыҙ, бына минең адресым, тип өҫтәп ҡуй. Бына миңә хаттар яуа башламаһынмы! Йәшник-йәшник хаттар алып килә почтальон. Класташымдың әсәһе хәҙер инде уларҙы рәшәткә араһына ҡыҫтырып китә алмай, хатта күтәреп ташый ҙа алмай, үҙемә килеп алырға ҡуша. Ауыл гөж итте: Эльбрусҡа нимә булған? Ул нимә эшләгән? Ә мин хаттар уҡыйым. Уҡып һәм яуап яҙып өлгөрә алмайым. Йылдан ашыу ваҡыт килде был сәләмдәр. Яйлап арыным, ялҡтым һәм яуапты ла ҡыҙҙарға ғына яҙа башланым. Ә ҡыҙҙарҙан хат килеүе айырыуса бер ваҡиға ине. Мин ауыл малайы, ҡыҙҙар менән яҡшылап арлашҡаным да юҡ. Шуға ла ҡыҙҙарҙың хаттарын ҙур иғтибар менән уҡып, ихлас яуап бирҙем.

Хаттарҙа нимә яҙылған ине. Уларҙың күп өлөшөн минең кеүек балалар яҙған, нисек итеп күнекмәләр башларға, нимәләр менән шөғөлләнергә һәм башҡалар. Армиянын ҡайтырға йөрөгән егеттәр яҙған. Йәнәһе, улар физик көс туплап, форма яһап ҡайтырға теләй. Унан минән олораҡ булған һәм тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәр бирә алғандар ҙа бар. Былары мине айырыусы ҡыҙыҡһындыра. Шуларҙың бер нисәһе менән оҙаҡ хат алыштым. Мәҫәлән, Украина, Литва, Белорусия егеттәре менән. Беҙҙә яңы башланған спорт төрҙәре уларҙа күптән ҙур залдар йыя һәм улар беҙҙән бер-ике аҙым алға бара ине. Мин бына ошо тиңдәштәрем менән ярыша башланым. Улар күрһәткестәрен яҙа ла, ике аҙна тирәһенән хаттарын алып уҡыйым һәм шул кимәлгә еткерергә тырышам. Шулай итеп мин үҙем шөғөлләнгәндең хоҙай ҡушмаған нәмә түгеллеген һәм уның менән минең кеүек меңәрләгән йәштәр ҡыҙыҡһыныуын аңланым. Икенсенән, мин ауылда, минең шарттарым юҡ, мнең тренерым, уҡытыусым юҡ, тип күктән ярҙам көтөп ултырмаҫҡа икәнде лә төшөндөм. Минең кеүек үк меңләгән балалар берәүҙән дә көтөп ултырмай ине. Таджикистан ҡышлаҡтарынан башлап Мәскәү өлкәһендәге, Ҡаҙағстан далаларынан алып Липецк ҡалаһындағы һәм шуның кеүек ерҙең төрлө төбәктәрендәге йәштәргә ауылда йәшәүҙәре лә, далала тирмәлә ултырыуҙары ла, кеше барып етә алмаҫ тауҙарҙа көн итеүҙәре лә, спорт залдары, уҡытыусылары һәм башҡа бөтөн төрлө уңайлыҡтары булмағанда ла тырышып-тырышып үҫешеп ятыуҙарын белеү асыш булды. Был минең өсөн бер стимул, үрнәк ине.

Бөгөн бына мин Башҡортостанға килеп, балалар, йәштәр өсөн иғлан яһайым: әйҙәгеҙ, килегеҙ, өйрәнегеҙ, шөғөлләнегеҙ, һеҙгә түләргә, нимәлер һатып алырға кәрәкмәй. Бына мин бар, мин һеҙҙең менән шөғөлләнәм, мин һеҙҙе етәкләйем, тием. Атлығып килеүселәр бик һирәк...

 

Рекорд артынан рекодҡа ынтылыу ул спортсы азартымы, әллә бөгөнгө уңыштарың менән ҡәнәғәт булмай тағы ла юғарыраҡҡа ынтылыумы? Был рекодтарҙың сиге булырға мөмкинме?

--Мин һәр ваҡыт булғаны менән ҡәнәғәтмен. Үҙемдең уңыштар, күрһәткестәр менән риза булмай, тешләнеп, көйөп йөрөгәнем юҡ. Нимәгәлер өлгәшһәм уны шундуҡ башҡаларға ла күрһәткем, бүлешкем, уларҙы ла өйрәткем килә. Хатта миңә артыҡ ихлас булмаған, зыян килтергәндәрҙән дә йөҙ бора алмайым. Был бына минең башҡортлоғом ул. Күп осраҡта ошо яғымды контролдә тоторға тип уйлайым, әммә булмышыңдан ҡасып булмай икән.

Күрһәтелгән рекодтар улар минең оҙайлы уңышһыҙлыҡтарымдан өйөлгән тауҙарым ул. Һәр уңыш артында ентекле хеҙмәт, көс, энергия, сәләмәтлек һәм рухи һынылыш ята. Уңыш ул һауанан төшә торған әйбер түгел. Бигерәк тә спортта. Әммә мин бер ваҡытта ла кире сигенмәнем, берәүгә лә бәлә һалманым, берәүҙән дә ярҙам көтмәнем һәм кемдәрҙер миңә иғтибар итергә тейеш икән тип тә өмөтләнмәнем. Минең бығаса тренерым да булманы һәм юҡ та.

Журналистар аҙыраҡ арттырып ебәрҙе баҫмаларҙа, мин Олимпия чемпионы түгел, ерҙең иң көслө кешеһе лә түгел, әммә Рәсәйҙән, үҙ аллы шөғөлләнеп, Ерҙең иң көслө кешеһе турнирына беренсе булып үткән кеше. Командаһыҙ, бер үҙем, ауылда, бүрәнәләр, беларусь покрышкалары, ағас гранаталар менән әҙерләнеп.

Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ. Уның теләге, ынтылышы бар һәм ошоноң өҫтөндә эшләй икән, уға юлдар асыла. Әммә һин ябай кеше икәнде лә оноторға ярамай. Һиңә ниндәйҙер, башҡаларҙа булмаған сифаттарҙы, мөкинлектәрҙе, һәләтте Аллаһы тәғәлә бирә һәм тартып алырға ла мөмкин. Шуның өсөн сама белергә. Минең рекодтарҙың был һуңғыһы түгел...

 

Башҡорт егеттәренә милли спорт төрҙәре генә уңайлы, барымлы һәм улар ошо өлкәлә генә уңышҡа өлгәшә ала, тигән фекер менн килешәһегеҙме?

--Юҡ, килешмәйем. Ундай сиктәргә бикләнергә, билдәле генә рамкалар ҡуйырға ярамай. Сәләмәтлегеңә зыян килтермәҫтәй, һинең мөмкинлектәреңә ярағандай ниндәй спорт менән дә шөғөлләнергә һәм унда оҫтарырға була. Бына мин буйға бәләкәй, көсөм дә алпамышаларҙыҡы түгел. Шуның өсөн бөтә нәмәне лә уйлап, алдан һыҙмалар менән сығарып алып, ауырлыҡ үҙәген билдәләп, уны нисегерәк күтәреү, шылдырыу схемаларын төҙөп алып башҡарам. Беләк көсөнә генә ышаныу ул ахмаҡлыҡ. Сит илдәрҙәге, сит өлкәләрҙәге спортсмендар мине “Хәйләкәр башҡорт” тип атаны әле шул отҡорлоғом өсөн. Сит илдәргә сығыу өсөн минең спонсорым, тренерым, маркетологым һәм башҡа белгестәрем булманы. Ғәҙәттә спортсылар өсөн уның ярҙамсылары уйлай, эшләй, ҡайғырта. Бындай осраҡта хатта аңраланып, бары тик “суҡмар” булып ҡына ҡалырға мөмкин. Миңә иһә үҙемә төрлө алымдарҙы уйлап табырға, сит телдәрҙе өйрәнергә, осһоҙораҡ варианттарҙа ярыштарға эләгеү юлдарын уйлап табырға тура килде. Шулай итеп был бөтөнләй ят булған спорт төрөндә мин үҙемде үҙем яһаным. Һәм был һәр егеткә, һәр ҡыҙға мөмкин булған хәл.

 

Бөгөнгө башҡорт йәмғиәтенең йәшәйешен күҙәтеп бараһығыҙҙыр. Нимәләрҙер өсөн борсолаһығыҙмы?

--Халыҡтың тыныслыҡ таба алмауы һағайта... Йәмғиәттә ябай халыҡты сәйәсәт тулҡыны менән алып китергә тырышҡандар, агрессорҙар күбәйҙе. Йәштәр тотоп нимәлер эшләргә, ниндәйҙер өлкәләрҙә уңыштар яуларға һәм башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртергә ынтылмай. Данды улар бөгөн интернет аша оран һалыуҙар, власты әрләүҙәр, комментарийҙар аша бер-береһен һүгеүҙәр аша яулайбыҙ икән тип уйлайҙар. Тик хеҙмәтһеҙ һәм нигеҙһеҙ бер нәмә лә булмай. Бына мин бөгөнгө исемемә утыҙ йыл килгәнмен. Ә бит башҡаға башым етмәгәндән йәки башҡа һөнәрем булмағандан түгел. Һөнәрем буйынса төҙөүсөмөн, бына тигән итеп төҙөлөш алып бара алам, тимер эшен дә беләм. Физика, химия фәндәрен яҡшы үҙләштерҙем, был белемем бөгөн дә ярҙам итә. Әлеге билдәлелегемде файҙалынып сәйәсәткә лә йәки башҡа ағымға ла тығылып китә алам. Шулай уҡ сығып “ер минеке”, “бында мин хужа” тип ҡысҡыра алам. Тик мин был юлды һайламайым. Ҡайҙалыр йәштәрҙе өйрәтеүҙе, сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыуҙы, рухтарын нығытыуҙы, йәшәйештә дөрөҫ йүнәлеш тота белеүҙе һәм башҡа үҙем белгәндәр менән бүлешеп көн итеүҙе өҫтөнөрәк күрәм.

Йәштәргә нимә әйтер инем? Һеҙ үҙегеҙҙә төркөмдә күреп, төркөмдә көс итеп ҡабул итеп өйрәнмәгеҙ. Яңғыҙ, шәхес булараҡ кем буласағығыҙҙы баһалағыҙ. Төркөм булып ҡысҡырышырға, төркөм булып абаларға барыһы ла булдыра, ә бер үҙегеҙ, Башҡортостандан ситтә, сит халыҡ араһында, сит илдәрҙә һеҙ кем? Башҡаларға һеҙ кем булып күренә алаһығыҙ һәм улар һеҙҙе кем итеп ҡабул итә? Бер урында ғына үҙ һутығыҙҙа ҡайнап, бер нимәгә лә өлгәшмәйсә, кемдәрҙәндер нимәләрҙер талап итеп, кемдәрҙер һеҙгә һеҙ ошо ерҙә тыуған өсөн генә бурыслы тип уйлап йәшәү хата. Һеҙҙең ғүмерегеҙ ошо мәғәнәһеҙ талаш-тартыштарҙа үтеп тә китәсәк – шул ғына. Иң беренсе һәр кем үҙ эсенә ҡараһын, ундағы потенциалын самалаһын һәм булдыра алғаны менән булһын: йырлаһын, бейеһен, ижад итһен, дауалаһын, уҡытһын һәм башҡалар. Хеҙмәтһеҙ, тырышлыҡһыҙ, белемһеҙ, маҡсатһыҙ булыу деградацияға алып килә. Бындай быуын киләсәген тәрбиәләй ҙә алмаясаҡ. “Милләт өсөн” тип туҡтауһыҙ ғауға күтәреүселәргә ҡарағанда, милләтенең балаларын үҫтереүселәр уға күберәк файҙа килтерә, тип уйлайым. Бөгөн һуғыш ярҙам итә алмай, бөгөн киләсәкте дөрөҫ итеп, үҙебеҙгә кәрәксә итеп үҫтереп алыу отошлораҡ буласаҡ.

 

Эскелеккә ҡарашығыҙ нисек?

--Эскелек менән ҡыҙыҡһынмайым, битарафмын. Сопртсы булған өсөн генә түгел. Күп кенә эскән спортсыларҙы ла, чемпиондарҙы ла беләм. Бала сағымдан эскелек өлгөләре, мәҫәлән, атайымдың эскән осраҡтағы ҡылыҡтары хәтеремдә кире күренеш булып уйылып ҡалған. Мин уның эскәнен яратманым, бынан ғаилә, әсәйем яфаланды. Артыҡ мауыҡҡан кеше булмаһа ла, мин шул күҙәтеүҙәремдән генә сығып та, бәләкәйҙән үк яҡындарыма ундай зыян килтермәйәсәкмен тигән ҡарарға килгәйнем. Һәм шулай булды ла.

Эсеп ятып та сығып чемпион була алған спортсылар бар ул. Тик мин ундайҙарҙан түгел. Спиртлы эсемлек миңә бик насар тәьҫир итә. Бөтә башҡорттарға ла шулайҙыр был. Беҙҙең булмыш эскелеккә яраҡлашмаған. Ярамай беҙгә эсергә, бөтөнләй ярамай.

 

Спорт, спорт, спорт... Ә мөхәббәткә, ҡыҙҙарға урын булдымы һеҙҙең тормошта?

--Мин ҡыҙҙар темаһына бик һуң килдем. Ул яҡтан һуң өлгөрҙөм. Ауыл малайына хас оялыу, уайһыҙланыу, ҡырағайлыҡ булды. Үҙем ҡартайып өйләнешкән ата менән әсәнең балаһы инем. Атайыма 46, әсәйемә әсәйемә 36 булған мин тыуғанда. Бала саҡта ни өсөн башҡаларҙың әсәләре йәш тә, минеке оло икән тип аптырай торғайным. Бер туған апайым тормошҡа иртә сыҡты, ә мин тороп ҡалдым.

Спортҡа ныҡлап тотонғас, бөтөн уйым шул хаҡта ғына булды. Халыҡ-ара карьерам башланғанда миңә егерме ете йәш ине. Шул арала бер ҡыҙ менән мауығыу булды, бергә йәшәп тә алдыҡ, әммә ғаилә ҡороуға барып етмәне. Унан инде минең илдәр буйлап сәйәхәттәр, етди ярыштарға әҙерләнеүҙәр китте һәм бер урынға ерегеп кенә ултырыу килеп сыҡманы. Үҙең шулай һауала йөрөгәндә ниндәй ҡатын-ҡыҙға ғаилә йөгөн йөкмәтеп китергә була? Был мөмкин булмаған хәл ине.

Әсәйем ауыр кисерҙе минең өйләнмәүемде. Мин уның өсөн, бәлки, бөтөнләй аңлайышһыҙ нәмә менән булышып, аңлайышһыҙ йәшәйеш алып барған ул булғанмындыр инде. Әллә ҡайҙан Европанан ҙур еңеүҙәр, аҡса, дан менән ҡайтып торһам да, уны был артыҡ ҡыуандырманы. Уға килен һәм ейәндәр кәрәк ине. Ярай, ул был теләген күреү бәхетенә өлгәшеп ҡалды. Һуңлап булһа ла өйләндем, ике балам бар.

 

Хәҙер һеҙ Башҡортостанда, шулай бит? Йәшәгән урынығыҙ бында?

--Эйе, хәҙер мин бында. Башҡортостандың йәштәрен спорт нигеҙендә тәрбиәләү өлкәһендә хеҙмәт итәм. Башҡортостан етәкселегенең, спортсыларының, йәш быуындың миңә ышаныс белдереүе һәм яуаплылыҡ һалыуын юғары баһалайым.

 

МИЛӘҮШӘ ҠАҺАРМАНОВА ӘҢГӘМӘЛӘШТЕ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: