0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ғинуар 2022, 19:00

ЛАҠАПТАР ТЕЛДӘН СЫҒА

Лаҡаптар, ғәҙәттә, кешеләрҙең тапҡыр теленән сыға. Беҙҙең яҡта бер егетте атаһы: “Ауылға ғына ҡайтып йәшәмәй, шул ҡалаңда ҡоро ас йөрөйһөң” тип әрләй икән. Шунда егетең: “Ас булһам да асфальттан йөрөйөм”, - тигән ти. Хәҙер йыш ҡына студенттар шулай тип ҡабатлай.

ЛАҠАПТАР ТЕЛДӘН СЫҒА
ЛАҠАПТАР ТЕЛДӘН СЫҒА

Лаҡаптар телдән сыға

 

Лаҡаптар, ғәҙәттә, кешеләрҙең тапҡыр теленән сыға. Беҙҙең яҡта бер егетте атаһы: “Ауылға ғына ҡайтып йәшәмәй, шул ҡалаңда ҡоро ас йөрөйһөң” тип әрләй икән. Шунда егетең: “Ас булһам да асфальттан йөрөйөм”, - тигән ти. Хәҙер йыш ҡына студенттар шулай тип ҡабатлай.

Бер ауылда тотош бер ғаилә уландарын “бапаҡтар” тип йөрөтәләр. Биҡтиһәң, өлкән ағалары мәктәпкә барғанда алфавиттың нимә икәнен дә белмәй барған икән. Хәрефтәр теҙмәһенә оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, “ж” хәрефенә төртөп күрһәтеп “бапаҡ” тигән. Унан был атама үҙенә генә түгел, тотош ғаиләһенә, унан “бапаҡ балаһы” булып балаларына ла йәбешкән. Бәлки, “бапаҡ ейәндәре” лә булыр әле.

Бер инәй телефондағы “Абонент не доступен” тигәнде үҙенсә аңлап, “ҡыҙыма шылтыратһам “нидастуйын” тип торасы, нишләп минең ҡыҙым нидастуйын булһын, хатта дастуйын” тип көйә икән. Хәҙер кемдер “не доступен” булғанда, был да нидастуйын тип көләбеҙ.

Беҙҙә ҡасандыр Әйүп тигән балта оҫтаһы йәшәгән. Тегене кешеләр яллаһа, килеп башланасаҡ эште ҡарап сыға ла: “Тә-ә-әк” тип һуҙа икән. Яллаусылар бының ризалығын шунда уҡ аңлап бер яртыны сығарып бирә. Шунан ҡалған лаҡап: “тәк” тигәндә Әйүп ҡарта бер ярты.

Шул уҡ бер ауылда өйләнмәй йөрөгән егеткә димләп кәләш алып бирәләр. Йәш килен егәрле, тыйнаҡ булып, иренә лә, туғандарына ла оҡшаған. Тик эңерҙә күҙе насар күрә икән. Бер көн күрше ағай йәш килендең һауын һыйырын эҙләп мал араһында ҡаңғырып йөрөгәнен ҡарап торғанда, теге егеткә: “Ҡатыныңдың күҙе күрмәй түгелме” тигән. Егет быны ғәйеп эҙләү тип уйлапмы: “Уның миңә күҙе нимәгә ул” тип яуаплаған. Хәҙер берәйһенең етешһеҙлеген тикшергәндә “Ярай, уға күҙ нимәгә” тип ҡуялар.

Бер ғаиләлә баланың арҡаһы, яурындары йөн менән ҡапланып тыуған. Бындайҙың булыу мөмкинлеген һәм  тиҙҙән ҡойолоп бөтөрөн белмәгән, күрәһең, ата менән әсә. Балаһына аптырап ҡарап торған йәш атай ҡатынына: “Әллә гәзит тоҡандырып ипләп кенә өтөп ҡарайым микән”, - тигән ти. Шунан алып беҙҙең яҡта яңы тыуған сабыйҙы ҡарағанда йәш ата-әсәне :“Бәпкә йөнө бар, өтөп ҡуймағыҙ”, - тип шаярталар.

Ун өс бала тапҡан бер апай туғыҙынсымы, унынсымы балаһын тыуҙыра икән. Уның хәлен белгән күршеһе фельдшерға килеп әйткән. Ул заманда баланы өйҙә тапҡандар әле, фельдшерҙар ҙа яңы ғына эшләй башлаған. Ҡатындар фелдшерға мөрәжәғәт итмәй аптыратҡандар, шуға теге ауырлыларҙы һағалап йөрөр булған. Был апайҙың да балаһын ҡабул итеп, бәпесте үлсәп, тикшереп ваҡытты һуҙып ташлаған. Ә апайҙың ире өмә яһатып йөрөй, хәҙер ашарға ҡайтырға тейештәр икән. Яңы тыуған сабыйын ситкә һалып тороп тиҙ генә эштәрен тамамлайым тиһә, фельдшер ҡыҙ тейешле тәртиптәрҙе үтәтеп булаша. Аҙаҡ апай ҡоҙоҡ буйында фельдшерҙы: “Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”, - тип әрләп тора ти. Шул тирә халҡында ҡабаланғанда берәй көтөлмәгән эш килеп сыҡһа “ҡабаланғанда балаһын таптыра” тигән лаҡапты ҡабатлайҙар.

Бер солоҡсо әбей менән бабайҙың йәйләүенә айыу эйәләгән. Икәүләшеп дөңгөр менән ҡурҡытып ҡыуалар икән. Бер ваҡыт айыу ҡапыл әбейҙең ҡаршыһына килеп сыҡҡан да, артҡы аяҡтарына баҫып һуғырға ынтылған кеүек хәрәкәттәр яһап һелтәнгән һәм кире ҡасып киткән. Был ваҡыт бабай айыуҙың артында тура килгән һәм уны әбейенә һуҡҡандыр тип ҡурҡҡан. Ҡараһа әбейе нисек ағас төбөндә торған, шулай ҡатып тора икән. Аҙаҡ бабай: “Әбейҙе лә йыға һуғалманы ул айыу” тип һөйләгән дә, бер үҙе эсеп иҫереп әбейен һуғып ебәргән һәм: “Шәпәй һиңә айыу түгел, һуҡһа йыға һуға”, - тигән тиҙәр. Берәй ирҙең ажарлығын самалағанда: “Айыу түгел, йыға һуғырға может” тип ҡуялар.

Телсән генә инәйҙең улын ниндәйҙер бәлә менән төрмәгә ултыртып ҡуялар. Әсә кеше улына аҡлау эҙләпме, әллә үҙен тынысландырыу өсөнмө: “Ярай, ҡалайтаһың, Ленин бабай ҙа ултырған бит”, - тип ҡуйған. Берәһенең шундай хәлгә тарыуын ишеткәндә, уйынлы-ысынлы шулай тиҙәр.  

Ир менән ҡатын урманда ятып бесән эшләгән икән. Бер көн таңға яҡында ғына айыу үкергән. Былар ҡурҡышып күршеләренә ҡарай йүгергән. Ир кеше йүгергәндә ҡатынын үтеп китеп артта ҡалдырған, ти. Шулай йүгерешеп күрше бесәнселәр ҡыуышына барып еткәндәр. Аҙаҡ ир, оялып, “ҡараһам бисәкәй хәтәр шәп йүгерә, туҡта, мин аны үтәләм микән тип ҡыҙҙырғайным – үтәм икән” тигән булған. Берәй нәмәнән ҡасҡанда йәки өлгөрәйем тип йүгерешкәндә “үтәләм микән тиһәм, үтәләм икән” тип көлөшәләр.

Уйлап ҡараһаң, халыҡ араһында күпме мәрәкә, лаҡап йөрөй. Һәм уларҙың һәр береһенә бер тарих бәйләнгән. Булғанында бер көлөп, аҙаҡ һөйләп, хәтерләп көлөп йөрөйҙәр.  Көлдөргән дә, көйҙөргән дә тел инде.

 

Лилиә Исмәғилева.

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: