-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Ғинуар , 11:00

Уҡыусылар ижады “Тағы йылмай әле, һинең күҙҙәр Яҙҙың үҙен әсир итерлек!”

Насар уйҙар ҡалһын үткән йылда, Үткәндәрҙе иҫкә алмайыҡ Тыуғандарҙы, дуҫ-иштәрҙе иҫләп Һәр саҡ бергә булып ҡалайыҡ.  

Уҡыусылар ижады “Тағы йылмай әле, һинең күҙҙәр Яҙҙың үҙен әсир итерлек!”
Уҡыусылар ижады “Тағы йылмай әле, һинең күҙҙәр Яҙҙың үҙен әсир итерлек!”

Яңы йылда яңы уйҙар килһен
Күңелдәрҙә йырҙар өҫтәлһен...
Һау-сәләмәт ҡаршыларға яҙһын
Һый-хөрмәттән тулһын өҫтәлең.
Насар уйҙар ҡалһын үткән йылда,
Үткәндәрҙе иҫкә алмайыҡ
Тыуғандарҙы, дуҫ-иштәрҙе иҫләп
Һәр саҡ бергә булып ҡалайыҡ.
Тормош үтә яңы йылдар кеүек
Иҫке йылдар ҡалды йыраҡта.
Үткән йылға кире ҡайтып булмай
Ҡар-буранлы юлдар йырып та.

 

 

***

Ел-бурандан, сасҡау һыуыҡтан һуң
Ҡарҙан әрсеп урман-ҡырҙарҙы,
"Яҙ килә!"- тип, ҡояш нурҙарында
Тамсы йырлай шаян йырҙарын.

Ергенәмдең бындай күренешен
Мөғжизәлер, тиеп, уйлайым.
Шаян тамсы кеүек, гүзәлем дә,
Юҡҡа яратмайҙыр яҙ айын.

Һылыуҡайым, һинең күҙҙәреңдә
Яҙ йылмая. Һушың китерлек...
Тағы йылмай әле, һинең күҙҙәр
Яҙҙың үҙен әсир итерлек!

***
Рәхмәт, атай, ике уланыңды
Ысын ирҙәр итеп үҫтерҙең.
Яҡын дуҫ та, ныҡлы терәк тә һин,
Ғаилә башлығы ла һин беҙҙең.

Рәхмәт, атай, ғәҙелегең өсөн,
Беҙ ҡаласлы булдыҡ, ҡайышлы.
Һин булғанға минең күң(е)лем яҡты,
Һәр бер көнөм нурлы, ҡояшлы.

Һин өлгөһөң. Ҡайсаҡ ҡатыраҡ та
Була белә(һе)ң беҙгә ҡарата.
Хәҙер инде, шул саҡтарҙы иҫләп,
Уйлап ятып, ҡай саҡ таң ата.

Атай һөйөүенә зарыҡманыҡ,
Хәҙер ҙә беҙ, Атай, арҡалы.
Алла бирһә, беҙ ҙә балаларҙы
Үҫтерербеҙ итеп арҡалы.

ҠАР ЯУА

Талғын ғына яуған ҡарға ҡарап


Хыялдарға китәм бирелеп
Әйтерһең дә, күк көмбәҙе тишек,
Ҡар ҡойола унан ишелеп.
Ябалаҡлап ҡарҙар һаман яуа
Көн алыша төнгә ашығып.
Яңы ғына атлап үткән эҙҙәр
Ҡар аҫтында ҡала юғалып.
Уйлап алам: кемдер тишкән микән
Ҡар ҡойолған күктең тишеген?
...Күҙәтәмен кисен ошо хәлде,
Бәҙрәфтең асып ишеген.

 

 

Алгиз Йосопов, Баймаҡ районы, Әмин ауылы.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас в