-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ғинуар , 14:00

ХӘЙЕРСЕЛӘР ЗАМАНЫ

Эхх, бар ине заманалар! Кеҫә тулы миллиондар ине! Өйҙә нисә кеше эшләй, шунса миллионер. Күкрәк киреп йөрөйбеҙ. Ҡупайсыҡ Америкала миллионерҙар һирәк-һаяҡ ҡына. Шулай булғас улар беҙҙең миллионерҙарға күҙе ҡыҙмай буламы? Ҡыҙа, әлбиттә. Дефольт, көрсөк, санкция кеүек беҙ түгел, ата-бабаларыбыҙ ишетмәгән нимәләрҙе уйлап табып тора. Көтмәгәндә миллионерҙар бер көн эсендә хәйерселеккә төштө.

ХӘЙЕРСЕЛӘР ЗАМАНЫ
ХӘЙЕРСЕЛӘР ЗАМАНЫ

                                       ХӘЙЕРСЕЛӘР ЗАМАНЫ
                                                 Юмореска


       Эхх, бар ине заманалар! Кеҫә тулы миллиондар ине! Өйҙә нисә кеше эшләй, шунса миллионер. Күкрәк киреп йөрөйбеҙ. Ҡупайсыҡ Америкала миллионерҙар һирәк-һаяҡ ҡына. Шулай булғас улар беҙҙең миллионерҙарға күҙе ҡыҙмай буламы? Ҡыҙа, әлбиттә. Дефольт, көрсөк, санкция кеүек беҙ түгел, ата-бабаларыбыҙ ишетмәгән нимәләрҙе уйлап табып тора. Көтмәгәндә миллионерҙар бер көн эсендә хәйерселеккә төштө.
       Элекке миллионер, хәҙер пенсионер Ғәлим бөгөн урамда хәйер һорашып ултыра.
       -Пинсийәмде еткерә алмайым,- ти элекке миллионер.- Бар ине заманалаар. Ошо бер-ике һум хәйер аҡсаһына ҡарап ҡал инде.
       Матур-матур йортта кабинет ишегенә "Начальник Фәлән Фәләнович Фәләнов" тип яҙылған түрәне алайыҡ.
      Ул да хәйер алырға мәжбүр.Бер зарплатыны еткереп буламы. Ғәлим кеүек урамға сығып ултырыр ине, китә алмай. Хөкүмәт эшенән бушамай. Уның эш машинаһын туҡтатып буламы?! Шуға түрәгә бүлмәһенә килтереп бирәләр. Ғәлим кеүек бер-ике һум ала. Миллиондар менән. Аҡсаның ҡасан мишайт иткәне бар. Иш янына ҡуш. Хәләл ефетенең Дубай ҙа Дубай, давай ҙа давай тип, ауыҙ һыуы ҡорой.
       Аҡса тоғо өҫтөндә ултырған Фәлән Төгәнович Төгәнбаевҡа күҙ һалайыҡ. Уның да хәйерҙән ҡоро ҡалғыһы килмәй. Ул кабинетында хәйер алып килеүҙәрен көтөп ултырырға дүрәкме? Көтөп ултырһа ысынлап та, алйот булыр ине. Шуға  дәүләт аҡсаһынан үҙе ала хәйерҙе. Русса әйткәндә, полный правы имеет. Етмәһә үҙе баш, үҙе түш.
       Арҡаһына өс хәреф яҙылған кешене алайыҡ. Ул ниңәлер, машина хужаларынан ғына хәйер алыусан.
       Дә-әә, ил хәйерселәр менән тулды. Бер ҡайҙа ла морон төртөп булмай, бөтә ерҙә лә хәйер һорайҙар.
                                                                                   

Сәлих Ваһапов.

Автор:
Читайте нас в