+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ғинуар 2022, 16:00

ИНТЕРНАТ ИҪТӘЛЕКТӘРЕ

Интернатта уҡығандағы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр бала саҡтың бер шуҡлығы булып хәтергә төшә бөгөн. Рус теле һәм әҙәбиәтен мәрхүм Юлай Моратов уҡытты. Беҙ ауыл балалары ниндәй шәхес ҡулында белем алыуыбыҙҙы баһаларлыҡ булмағанбыҙ, күрәһең, ағайҙың мәҙәниәтлелеген йыуашлыҡҡа һанап тыңламай ыҙалаттыҡ.

ИНТЕРНАТ ИҪТӘЛЕКТӘРЕ
ИНТЕРНАТ ИҪТӘЛЕКТӘРЕ

ИНТЕРНАТ ИҪТӘЛЕКТӘРЕ

 

Беҙҙең уҡытыусыбыҙ

Интернатта уҡығандағы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр бала саҡтың бер шуҡлығы булып хәтергә төшә бөгөн. Рус теле һәм әҙәбиәтен мәрхүм Юлай Моратов уҡытты. Беҙ ауыл балалары ниндәй шәхес ҡулында белем алыуыбыҙҙы баһаларлыҡ булмағанбыҙ, күрәһең, ағайҙың мәҙәниәтлелеген йыуашлыҡҡа һанап тыңламай ыҙалаттыҡ. Ул беҙгә “Һеҙ” менән өндәшһә – көләбеҙ, дәресенә һуңлайбыҙ йәки икенсе эштәр менән булышып ултырабыҙ. Юлай ағай нишләптер әрләй, ҡаты өндәшә белмәй. Бер ул шулай дәрестә биҙәнеп ултырған ҡыҙҙарға (йәғни, беҙгә): “Кеше тыштан ғына түгел, эстән дә матур булырға тейеш” тип әйтте. Мин уның шул һүҙҙәрен хәтерләп ҡалдым һәм, оҙаҡ йылдарҙан һуң, бер форсатын тура килтереп килтереп, шул ваҡыттағы шуҡлыҡтарыбыҙ өсөн ғәфү үтендем. “Ни өсөн беҙҙең менән ҡатыраҡ булманығыҙ?” тигән һорауға ул: “Ҡаты ҡыланырлыҡ сәбәп күрмәнем, һеҙҙең ҡылыҡ ғәҙәти үҫмерҙәр ҡылығы ине”, - тип кенә ҡуйҙы. Беҙ аҙаҡ композитор менән ижадташ та булып бер-нисә йыр яҙғайныҡ. Бөгөн мин билдәле композитор, йырсы Юлай Моратовты оло ғорурлыҡ менән “Беҙҙең уҡытыусыбыҙ” тип әйтәм. Уның кеүек шәхестәр ҡулында тәрбиәләнеү үҙе бер бәхет һәм мәртәбә булған.

 

Физика дәресендә шулай ҙа була

Рафаэль Бикчурин шаян булды. Нимәлер уйлап сығарып ҡына торҙо. Бер физика дәресе алдынан кабинет шкафтарын соҡоп, төрлө диаметрлы тимер шарҙар тапҡан. Геометрик фигураларҙы тәгәрәтеп уйната торғас, шуларҙың берәүһен ауыҙына тығып ҡарарға булып китте был. Ун беренсе синыф егете(!) Шар ауыҙға инде инеүен ... тик кире сыҡманы. Рафаэльға башҡалар ярҙамға килде, ауыҙын тегеләй итеп шаҡаралар, былай итеп тартҡылайҙар – булмай. Уйын ҡайғыһы китте. Яҡтары арыны, хәле бөттө, күҙҙәренән йәштәр субырлай. Дәрес башланғас уҡытыусы хәлде күреп, аптырап, табипҡа алып китте. Класташыбыҙҙың ауыҙындағы тимер шарҙы хирург ярҙамы менән генә сығара алдылар. Физика дәресендә шулай ҙа була. (Рафаэль Бикчурин арабыҙҙан иртә китте, беҙ уны шундай яҡты һәм йылы иҫтәлектәр менән хәтерләйбеҙ. Шаян һәм изге ине үҙе...)

 

Ун һигеҙҙе нисек билдәләнек

Класташыбыҙ Сәлих ҡала егете ине. Класта уға иң беренсе булып ун һигеҙ йәш тула. Тыуған көнөн билдәләргә йортона саҡырҙы. Беҙ тәрбиәсенән йәшеренеп ҡунаҡҡа китергә булдыҡ. Ятаҡтан берешәрләп кенә сығып таябыҙ. Һәр кем ниндәйҙер сәбәп менән яҙылабыҙ дежурныйға. Шулайтып сығып бер урында йыйылдыҡ та, фатирға киттек. Тик иркенләп ҡунаҡ булырға яҙманы, тап мәжлестең ҡыҙған ғына ваҡытында фатирға тәрбиәселәр, завуч һәм милиция килеп инде. Беҙҙе класс менән теҙеп, милиция һағы аҫтында ятаҡҡа алып ҡайттылар. Һуңынан директорҙа ла теҙелешеп торорға тура килде. Ун һигеҙ йәш шулай билдәләнде.

 

Борханды эҙләп

Мин туғыҙға килдем һәм “иҫкеләр” синыфына эләктем. Бында уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең атамалары булып, мине ҡыҙыҡ итергә булғандар, күрәһең. Тарих китабы етмәгәс, кабинетҡа барып һорарға ебәрҙеләр. Барып Борханды һорарға ҡуштылар. Эҙләп тапһам, кабинетта апай кеше ултыра. “Миңә Борхан кәрәк ине” тием. “Кем ебәрҙе?” тип һорай был, “Малайҙар”, - тим. Китап бирҙе һәм малайҙарға Борхандан күп сәләм әйтергә ҡушты. Аҙаҡ, уҡый башлағас, уҡытыусының Гөлсирә Борхановна булыуын белдем, ә уҡытыусы дәрес башлағанда йыш ҡына: “Йә! Борханға кем яуап бирә?” тип башлай һәм малайҙарҙың ҡото алына ине.

Миләүшә Ҡаһарманова

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: