+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ғинуар 2022, 12:00

ҺУНАРСЫЛЫҠ ФӘЛСӘФӘҺЕ

Һунарсылыҡ беҙҙә бөгөн дә бар, тик ул инде туҡланыу һәм тереклек итеү сараһы түгел, ә – ҡомар. Ысынында ниндәй ул һунарсы ҡомары? Мин был хаҡта бер бәләкәй генә ҡыҙыҡ күренештән сығып уйландым әле.

ҺУНАРСЫЛЫҠ ФӘЛСӘФӘҺЕ
ҺУНАРСЫЛЫҠ ФӘЛСӘФӘҺЕ

 ҺУНАРСЫЛЫҠ ФӘЛСӘФӘҺЕ

 

Барлыҡ халыҡтарҙыҡы кеүек башҡорттарҙың да иң боронғо кәсептәре булып һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ тора. Уларҙың нигеҙе тәүтормош-йәмғиәт ҡоролошо замандарына барып тоташа. Ә инде башҡорттарҙың кейем-һалымының башлыса тиреләрҙән, булғар ханлығына, аҙағыраҡ татар-монгол урҙаһына, йәнә килеп Мәскәү батшалығына яһаҡты ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән түләүен иҫкә алһаҡ, уларҙың һунарсылыҡ кәсебе ни рәүешле үҫешкән булыуын күҙ алдына килтерәбеҙ. Тире өсөн башҡорттар ҡондоҙ, ҡама, һыуһар, төлкө, кеш, аҫ, шәшке, йәтсә, тейен, һеләүһен, бүре, айыу, ҡуян кеүек йәнлектәргә һунар иткән. Уларҙың бәләкәйерәктәрен (ҡуян, төлкө, шәшке, кеш һ.б.) башлыса тоҙаҡ, ҡапҡан менән тотҡандар, айыу, бүре кеүек оло йәштәгеләрен махсус соҡорҙар ҡаҙып, тәпкеләр ҡороп аулаған. Вағыраҡ йәнлектәрҙе махсус өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар (бөркөт, ҡарсыға) менән алған. Ит өсөн ҡыр кәзәһенә, ҡоралайға, мышыға һунар иткән. Ҡыр ҡаҙы, ҡыр өйрәге, һуйыр, ҡор, ағуна, сел кеүек ҡыр ҡоштары ла табын йәме булған. теге йәки был йәнлекте аулау ысулдары ла төрлөсә булған. Мәҫәлән, япма (әүен) ауы тураһында И. Казанцев XIX быуатта бына нимә тип яҙып ҡалдырған: "Иногда устраивают в лесу большую корзину с закрышкой на вертеле, на которую кладут прикорм. Прельщенная этою приманкою птица лишь только спустится, тотчас проваливается в корзину".

Һунарсылыҡ беҙҙә бөгөн дә бар, тик ул инде туҡланыу һәм тереклек итеү сараһы түгел, ә – ҡомар. Ысынында ниндәй ул һунарсы ҡомары? Мин был хаҡта бер бәләкәй генә ҡыҙыҡ күренештән сығып уйландым әле. Атайым һунарсы булды, тик уның был оҫталығын дауам итеүсе булмағайны кеүек. Бер ағайым бишенсе тиҫтәһен ваҡлай башлағас, һунарға әүрәне лә китте. Һунар менән балыҡ уның ауырыуына әйләнде. Был уның малайҙарына ла “йоҡто”. Ике бәләкәй малай, ат артынан йәйәү йүгерерҙәренә лә, көрт йырып саҡрымдар урарға тура килеренә лә, төн йоҡоһон ҡалдырып һыу кисеп йөрөрҙәренә лә ҡарамай “Мин дә!” ти ҙә торалар. Шул көн иртәнсәктән буранлай биреп торғанды күргән ағайым улдарына: “Һунарға сығабыҙ” тип һалды ла, бер аҙҙан ҡапыл буран баҫылғас, кәйефтәре төштө. “Ай, алла, йөрәк уйнағайны бит әле. Эх, ярһып алынғайны...” тип ыуаланып ишекле-түрле йөрөнө үҙе. Малайҙары саңғыларын, муҡсаларын әҙерләп, инде урамға сығып баҫып, эттәрен дә ымһындырып өлгөргән. Улары урманға ҡарап саңҡылдай, малайҙарҙы тартҡылап, төркөләп йыға. Шунда ысынлап та ир-егеттә һунарсы ҡомары була икәнлеген күреп, ышандым. “Бындай хәлдә мин хәҙер башҡа бер эшкә лә тотона алмайым, миңә ҡырҙа йөрөп килер кәрәк”, - тип аҡланды ағайым үҙе лә. Ярай, бәхеткә ҡаршымы инде, ҡар кире көсәйеп, һунарсылар сығып китте.

Һунарсылыҡты боронғо халыҡта аҙыҡ табыу сараһы ғына булған, тип, әйтеү ҙә хаталы ул. Эйе, аҙыҡ табыу сараһы ла. Тик, ул ғына түгел. Һунар итеү ир-егеттең тәбиғи асылындағы иң боронғо хәтер. Был хәтер, шулай, бик һирәктәрҙә генә йәшәп ҡала килә. Был – эҙләү, эҙәрлекләү, күҙәтеү, өйрәнеү, һағалау, аңдыу, ҡыуыу, тотоу. Быларҙан тыш арымау, ялҡмау, һаҡ була белеү, ишетеү, күреү, тойоу, һиҙеү, аңлау. Тағы ла тәбиғәтте белеү, эҙҙәрҙе аңлау, ер-һыуҙы таныу, һауа торошон күҙәтеү, һынамыштарҙы һынау, миҙгелдәргә бәйле үҙенсәлектәрҙе төшөнөү, йондоҙҙар һәм башҡа күренештәргә ҡарап хәрәкәт итеүгә һәләтле булыу, йәнлек-ҡош-ҡорттоң холоҡ-фиғелен белеү. Унан ҡалһа ҡыйыулыҡ, саялыҡ, еңмешлек, сабырлыҡ һ.б.

Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ир-егетте агрессив халәттән ҡотҡара ла. Эшендә йәки өйөндә ниндәйҙер көсөргәнеш кисергән ваҡытта һунарға сығып килеү йәки һыу буйында балыҡ ҡармаҡлап йөрөп килеү көслө заттың мейеһендәге ярһыуҙы сығара, негатив уйҙарҙы икенсе юҫыҡҡа алып китә.

Тағы ла ябай ауыл һунарсыларының, һунарсылыҡты спорт итеп ҡараған кешеләрҙән айырмалы бер яҡтары бар. Улар тәбиғәтте ярата белә. Шөғөлдәрен ҡырыуға, ҡортоуға нигеҙләмәй, ә үҙҙәрендәге ҡомарҙы баҫыуға ғына арнай.

Уйлап ҡараһаң, халыҡта борондан булған бар нәмә лә ниндәйҙер бер фәлсәфәгә ҡоролған икән, бер нәмә лә буш урындан бар булмаған.

 

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: