+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ғинуар 2022, 10:00

ЯРАТЫУЫН БЕЛЕҮ ҘӘ ЕТТЕ

Интернеттағы төрлө серҙәрҙе уҡый барып, ғөмүмән, был тормошта үҙебеҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙының мөхәббәт тарихтарын ишетә-тыңлай барып, барыбыҙға ла хас булған бер төшөнсәне аңланым. Асыла белмәйбеҙ икән беҙ. Ҡырыҫлыҡ, тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡтан шулай йомолғанбыҙмылыр инде – аңламаҫһың. Һәр хәлдә был холоҡ һыҙаты беҙҙең күптәребеҙгә бәхетле булырға ҡамасаулаған. Олоғая барып беҙ бына аңлайбыҙ, тик йәшлеккә кире ҡайтып та, хаталарҙы төҙәтеп тә булмай.

ЯРАТЫУЫН БЕЛЕҮ ҘӘ ЕТТЕ
ЯРАТЫУЫН БЕЛЕҮ ҘӘ ЕТТЕ

ЯРАТЫУЫН БЕЛЕҮ ҘӘ ЕТТЕ

 

Интернеттағы төрлө серҙәрҙе уҡый барып, ғөмүмән, был тормошта үҙебеҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙының мөхәббәт тарихтарын ишетә-тыңлай барып, барыбыҙға ла хас булған бер төшөнсәне аңланым. Асыла белмәйбеҙ икән беҙ. Ҡырыҫлыҡ, тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡтан шулай йомолғанбыҙмылыр инде – аңламаҫһың. Һәр хәлдә был холоҡ һыҙаты беҙҙең күптәребеҙгә бәхетле булырға ҡамасаулаған. Олоғая барып беҙ бына аңлайбыҙ, тик йәшлеккә кире ҡайтып та, хаталарҙы төҙәтеп тә булмай.

Яратыуҙы ҡабул итә, уға ҡарата асыла, һөйөүебеҙҙе бирә, белдерә алмайбыҙ. Яратҡанда ла наҙланып, иркәләп кенә түгел, ә ҡырағай ат шикелле тибешеп-тешләшеп яратабыҙ. Иң мөһим мәлдә бер ауыҙ һүҙ, бер ым-ҡараш, бер аҙым эшләй алмайбыҙ. Оялабыҙ, ҡурҡабыҙ, ниндәйҙер сикләүҙәрҙән сыға алмайбыҙ, ғорурлыҡ баштан ашҡан.

Мин мәктәптән дуҫлашып йөрөгән егетемде армияға оҙатып, икенсе ауылға эшкә барғас, бер егетте осраттым. Район үҙәгендә үткән  йәш уҡытыусылар йыйылышында  шығырым тулы залдың икенсе осондағы кешене әллә ҡайҙан аңғарҙым да, йыйылыш буйына бер-беребеҙгә күҙ һала-һала ултырҙыҡ. Саранан һуң ул туп-тура килеп һаулыҡ һорашты. Мин эшкә барған ауылдыҡы икән, тик үҙе икенсе ауылда уҡыта. Күптәнге таныштар кеүек һөйләштек тә киттек. Ашханала бергә ултырып ашаныҡ, көлөштөк, шаярҙыҡ, кискә киноға барҙыҡ. Барыһы ла беҙҙе күптәнге таныштарҙыр тип уйланы. Икенсе көн уның матайына ултырып, кәрәк-ярағыбыҙҙы тейәп, юлға сыҡтыҡ. Көҙгө бысраҡта, урман юлынан кәзә матаста ҡолай-ауа, бата-бата оҙон юл үттек. Боҙолдоҡ. Ут яғып, бәшмәк йыйып өтөп ашап, матайын япраҡҡа күмеп китеп, төнгә йәйәүләп саҡ ҡайтып индек. Шул бәхетле ике көндө мәңге онотмайым. Һәр һөйләшкән һүҙебеҙ, һәр ҡарашы бөгөн дә иҫемдә.

Әлбиттә, мин уға армияға егет оҙатҡанлығымды әйттем. Ул: “оҙатҡас – көт” тине. Үҙен ҡыҙы оҙатып ҡалып көтмәүе тураһында һөйләне. “Бик ауыр кисерҙем, һаман үпкәм бар” тине. Шул мәл ул хыянатсы ҡыҙҙы күрә алманым, үҙем шунан көнләшеп яндым.

Ҡыш буйына осрашып йөрөнөк. Ул ял һайын ауылына ҡайтты ла миңә килде, бергәләп клубҡа сыҡтыҡ, бейенек, концерттар ҡуйҙыҡ. Мине башҡа егеттәрҙән яҡлашып, бәйләнеүселәрҙән аралап һуғышыуҙары, кисәләрҙә эсергә көсләүселәрҙе туҙҙырып ебәреүҙәре, ҡайҙа барырға-ҡайҙа бармаҫҡа икәнлекте өйрәтеп контролдә тотоуы оҡшауҙың аръяғында ине инде. Тик ул бер нисек тә хистәрен белдермәне. Бер нәмә лә вәғәҙә итмәне. Ҡосаҡламаны, үпмәне. Мин уның тойғоларын белә алмай ҡаңғырҙым. Ҡайҙалыр кемелер бар кеүек булып тик торҙо. Уны тотҡан, миңә яҡынлатмаған ниндәйҙер шәүлә йәшәгән һымаҡ ине арала.

 Йәйге каникулдарға ауылыма күсереп алып килеп ҡуйҙы. Әсәйемә: “Мин уны яратам” тип әйткәйнем инде, ул шуға өйгә саҡырып индерҙе, сәй эсерҙе, һөйләшеп ултырҙы. Аҙаҡ: “Белмәйем, балам, иларһың инде бының менән” тип ҡуйҙы. Шунда оҙата сыҡтым да, ауыл ситендә хушлаштыҡ. Ул бик моңһоу ине. Ныҡышҡайным, “Йәшһең һин, аңламайһың әле бер нәмә лә” тине. Йәнем көйҙө. Үпкәләп тороп ҡалдым.

Аҙаҡ унан хат килде. “Өйләнәм” тигән ине. Армиянан көтмәгән ҡыҙының ире сығып киткән дә, был уға барып йөрөгән икән. Унан ҡатын ауырға ҡалған. Барыһы ла ябай, тормошсан ғына булды ла ҡуйҙы шулай.

Армиянан егетем ҡайтты. Уға кейәүгә сыҡтым. Өйләнешер алдынан икенсене яратыуым тураһында һөйләп бирҙем. “Икебеҙ өсөн дә үҙем яратам” тип әүрәтте. Йәшәп киттек, балалар үҫтерҙек. Тик мәхәббәтемде онота алманым. Ул минең тормошомда параллель яҙмыш менән йәшәне. Башымдан сыҡмай торған бер уйға әйләнгәйне лә ҡуйғайны. Бәлки, шул ваҡыт психолог ярҙамы ла кәрәк булғандыр инде, тик ул саҡта кем уны аңлаһын? Ирем дә икебеҙ өсөн яратып арыны. Минең битарафлыҡтан да ялҡты, күрәһең, икенсе ҡатынға әүрәне. Айырылыштыҡ.

Мөхәббәтем тураһында бер нәмә лә ишеткәнем булманы, берәүҙән һорарға ла ҡыйманым. Икебеҙ ике яҡтағы ҡалаларҙа йәшәнек. Былтыр, ҡунаҡтар оҙатып барып, вокзалда уйламағанда уның еңгәһен осраттым һәм поезы килгәнсе һөйләшеп ултырҙыҡ. Әллә нимәләрҙе иҫләнек, тик уның хаҡында һорашманым. Ахырҙа еңгәһе үҙе әйтте. “Ҡалай ҡатыһың, ҡәйнешем һине уйлап бер ҡатын менән тора алманы, ә һин ҡыҙыҡһынмайһыңда икән” тине. Был хәбәрҙән шаҡ ҡаттым! “Дүртенсе ҡатын менән йәшәй. Һәр береһен нимәһендер һиңә оҡшатам тип алды” тип һөйләп шаңҡытты мине. Иҫемә килгәс беренсе уйым “Үсем” булды. Минең ғүмерем үкенестә, уйланыуҙарҙа, һағышта үтте, әйҙә, уныҡы ла шулай булһын, тинем. Аҙаҡ, ҡайтҡас, тәгәрәп ятып иланым. Уны ла, үҙемде лә йәлләп. Шулай аймылышып китеүебеҙгә үкенеп. Ул минең армиялағы егетемде, уны оҙатып-көтөүемде хөрмәт итеп хистәрен белдермәгән, ә мин ҡыҙ башым менән беренсе әйтеүҙән тартынып, әлеге ҡырағайлыҡтан үтә алмай тороп ҡалғанмын инде.

Ошо хәлде белгәс миңә еңел булып китте. Яуапһыҙ мөхәббәт ҡорбаны түгелмен, ул да мине яратҡан тип ҡыуанып йөрөнөм оҙаҡ ҡына. Нисек булһа ла булған был яҙмыш, әммә ул да мине яратҡан. Миңә шуны белеү ҙә етте.

 

Сәлимә Ғәрипова.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: