-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ғинуар , 13:00

Ҡаҡшамаҫ ғаилә

Яңы өс бүлмәле фатирға күсенгәс, минең элекке танышым, төҙәлмәҫ буйҙаҡ Макар беҙҙең күршебеҙ булып сыҡты. Икебеҙ ҙә сикһеҙ ҡыуандыҡ.

Ҡаҡшамаҫ ғаилә
Ҡаҡшамаҫ ғаилә

Мин ҡайһы берҙә кем менәндер һөйләшергә, үткәндәрҙе иҫкә алырға кеше булған өсөн, ә Макар юҡ-юҡта үҙенең буйҙаҡ хәстәрлектәренән беҙҙең ғаилә усағында онотола алыуы өсөн.
Ул ҡунаҡҡа йыш йөрөнө, күрәһең, яңғыҙына ваҡыт үткәреү бигүк күңелле түгелдер. Бигерәк тә балаларыбыҙға ылыҡты – кәнфит ташый. Ташыуын ташый ҙа ул, тик уның һыйлауы күңелгә ятмай: балаларға кәнфит бирә, ә ҡатыным менән минең яҡҡа ҡарап мығырлай: “Алығыҙ, балалар, мин кәнфиттәрҙе килограмын өс һумға һатып алдым... Ә кисәгеләре дүрт һумлыҡ ине...” Уның шундай йомшаҡ яғы бар – һәр тинен иҫәпләй, махсус дәфтәргә теркәп бара. Ҡыҫҡаһы, Макар ҡарун. Бәлки, шуға күрә өйләнмәй йөрөйҙөр ҙә, ул саҡта барыһын да ҡап урталай бүлергә тура килә бит. Һуңынан миңә элекке танышымдың үҙе кеүек яңғыҙ, һәр тинен иҫәпләп тотоусы Маюк янына йөрөүе хаҡында имеш-имеш хәбәрҙәр ишетелде. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тип һөйләй башланылар Макар менән Маюк хаҡында. Ысынлап та... Уларҙың бер-береһенә нисек түҙеүен күҙ алдына ла килтереү ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, ләкин Макарҙың уны яусылауын һөйләнеләр. Сәкүшкә алып барған: шешәне бушатҡандар, һуңынан Макар ҡайтып киткән. Ярты юлға еткәс, ул маңлайына һуҡҡан да шып туҡтаған, кире боролған.
– Кем унда? – тип һораған Маюк.
– Мин, – тип яуаплаған Макар, – һиндә буш шешәне онотоп ҡалдырғанмын. Бир әле бында, әлегә ул бергәләп туплаған мөлкәт түгел...
– Нисек бергәләп туплаған булмаһын?! – тип ҡысҡырған Маюк ишекте асмай ғына. – Ә ҡабымлыҡ кемдеке ине? Иҫәпләп ҡараһаң, һин миңә бурыслыһың әле.
Улар был конфликтты нисек яйға һалғандыр, билдәһеҙ, һәр хәлдә икеһе ике яҡҡа китергә тейеш һымаҡ ине. Күрәһең, уларҙы ошо бүлешә алмаған шешә берләштергәндер ҙә инде.
Берҙән-бер көндө стена артында Маюктың тауышы ишетелде. Аҙаҡ Макар үҙе беҙгә килеп керҙе һәм... кис көнө үҙҙәрендә ултырырға, никахтарын йыуырға саҡырҙы. Ҡара һин уларҙы, барыбер ҡауышҡандар! Шунан башлап беҙҙең ғаиләләр араһында дуҫлыҡ яңырҙы. Дөрөҫ, оҙаҡҡа түгел...
Стена артында әленән-әле ғауға ҡупты. Бигерәк тә аҡса алған көндәрҙә. Бындай көндәрҙә: “Аҡса ир ҡулында булырға тейеш!”, “Аҡса ҡатын ҡулында булырға тейеш!” – тигән һүҙҙәр йыш ҡабатланды.
Бынан һуң һауыт-һаба ватылған тауыш яңғыраны. “Ҡарауыл!” – ҡатыным мине күршеләрҙе тынысландырырға ебәрҙе. Уларға йәнемде усымда тотоп индем, миңә ир ҡулынан да, ҡатын ҡулынан да сәтләүектәр бер тигеҙ эләкте. “Силәгенә күрә ҡапҡасы” тигән афоризмды иҫкә төшөрөп, асыуланып сығып тайҙым.
Күршеләрҙең хәле хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Бер мәл Макар Маюктан һуңғараҡ ҡалып ҡайтҡан, ишек аша уның тауышын ишеткән: “Урамда ҡун, ҡарун! Фатирға индермәйем!” Макар ике сәғәт буйына ишек төбөндә үҙе белгән бөтә яғымлы һәм наҙлы һүҙҙәрҙе ҡабатлаған, ләкин Маюк һүҙендә торған. Макар беҙҙә ҡунырға мәжбүр булды... Уның ҡарауы, икенсе көн ул Маюктан иртәрәк ҡайтҡан. Кисәге хәл йәнә ҡабатланды, уның бер генә айырмаһы бар ине – хәҙер Маюк беҙҙә ҡунды.
Шунан улар күпмелер ваҡыт тынып торҙо. Беҙ, аҡылдарына килгәндәрҙер, тип уйланыҡ.
Бер мәл ишектә ҡыңғырау зыңланы. Ишекте асһам, унда Макар тора. Ауыр һулап, телевизор күтәргән.
– Бөттө! – тине ул. – Башҡаса түҙә алмайым! Айырылам... Йәшереп ҡуйығыҙ әле, әлегә һеҙҙә тороп торһон...
Иртәгеһен беҙҙе йәнә ҡыңғырау борсоно. Был юлы Маюк шылтырата ине. Ҡулында – теген машинаһы.
– Бындай ҡарун менән башҡаса йәшәй алмайым, – тине ул, ауыр һулап. – Айырылам. Йәшереп ҡуйығыҙ әле, әлегә һеҙҙә тороп торһон...
Бер нисә кис шулай дауам итте. Макар менән Маюк эшһөйәр ҡырмыҫҡалар кеүек әйбер ташыны, өйҙәрендәге әйберҙәрҙең барыһын да тиерлек беҙгә күсерҙе. Һуңғы көндә Макар ҡатынынан йәшереп сәнскеләр, ә Маюк иренән йәшереп ҡалаҡтар килтерҙе.
Бының аҙағы булырмы?
Икенсе көн кис Макар менән Маюк беҙҙең фатирға ҡойондай атылып килеп керҙе.
– Уларҙа! – тип ҡысҡырҙы Макар. – Уларҙа беҙҙең телевизор! Беҙҙең бергәләп тупланған аҡсаға алған телевизор!
– Улар беҙҙең теген машинаһы менән дә ҡуллана! – тип йөпләне уны Маюк. – Нисек батырсылыҡ иттегеҙ! Хәҙер үк бирегеҙ, юҡһа, милиция саҡырам! Милиция-я!!!
– Ҡалаҡтарҙы, ҡалаҡтарҙы онотма, Маюк! – тип бойорҙо Макар бүлмә буйлап йүгереп. – Кер йыуыу машинаһын алып сыҡ, нимә, беҙҙеке түгел?! Йәл... Ә келәм?.. Уныһы ла һеҙҙекеме? Улайһа, һатығыҙ... Бына рәхмәт! Маюк, келәмде алып сыҡ! Аҡсаһын получканан бирербеҙ...
Юҡ, ни генә тимәгеҙ, ҡайһы берҙә ҡаҡшамаҫ ғаиләләр осрай. Кирза итектәр һымаҡ.

Д. ФӘХРИСЛАМОВА һүрәте.

.

Автор:Григорий ЛУЧ, сыуаш яҙыусыһы
Читайте нас в