+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2022, 11:10

Ҡабаҡ орлоғоноң файҙаһы

Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн  көн һайын 50-60 грамм ҡабаҡ орлоҡо ашарға тәҡдим ителә. Ул айырыуса ир-ат өсөн файҙалы икән. Белгестәрҙең кәңәшен тыңлайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Ҡабаҡ орлоғоноң файҙаһы
Ҡабаҡ орлоғоноң файҙаһы

* Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфаланғандарға ла килешә.

* Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир-ат һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн көн һайын 50-60 грамм ҡабаҡ орлоғо ашарға тәҡдим ителә.

* Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмаған, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.

Фото: vsesoki.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: