+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2022, 17:05

Ашай белһәң, файҙалы!

Йомортҡа файҙалы һәм туҡлыҡлы. Уны бигерәк тә иртәнге ашҡа ҡыҙҙырып йәки түңәрәк килеш бешереп ашау ғәҙәте бар. Әммә бер нимәне онотмайыҡ: был ябай ғына итеп әҙерләнгән ризыҡ айырыуса һаҡлыҡ талап итә.

Ашай белһәң, файҙалы!
Ашай белһәң, файҙалы!

Сөнки уйламағанда ғына тауыҡ йомортҡаһы аша организмға сальмонелла бактерияһы эләгергә мөмкин. Яҙға ҡарай бигерәк тә, бөтә бысраҡ ер өҫтөндә булғанда, йүнләп ҡояш күрмәгән, витаминдарға танһыҡҡан тауыҡтар айырыуса ҡурҡыныс тыуҙыра.

Ә бына бүҙәнә йомортҡаһында сальмонелла юҡ. Был ҡоштоң тән температураһы тауыҡтыҡына ҡарағанда юғарыраҡ. Шуға күрә сальмонелла бактерияһы уның организмында йәшәй алмай. Хужалыҡта бүҙәнәне тауыҡ менән бергә аҫраһалар ҙа зыяны юҡ. Сөнки таплы йомортҡаларҙың ҡабығы тығыҙ һәм ҡаты була. Бүҙәнә  йомортҡаһының тағы ла бер яҡшы сифаты бар – ул аллергия булдырмай. Шуға күрә уны һис ҡурҡмайса балаларға ла ашатырға мөмкин.

Фото: pitaniedetok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: