-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2022, 16:15

Бына һиңә мә!..

Кисәнән башлап, илебеҙҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында закон үҙ көсөнә инде.

Бына һиңә мә!..
Бына һиңә мә!..

Бер нисә тапҡыр ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыҡҡан йәки тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан арттырған өсөн өс йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Бынан тыш, 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем йәки ике-өс йыллыҡ эш хакы күләмендә аҡсалата штраф ҡаралган.

Шулай уҡ транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп тә тағы руль артына ултырғандарҙы ике йылға ҡәҙәр колонияға оҙатыуҙары бар.

Фото: eanews.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: