+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2022, 16:10

Хайуандар ағзаһы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырмы?

АҠШ-тағы Мэриленд университеты табиптары генетик модификацияланған сусҡа йөрәген кешегә күсереп ултыртҡан.

Хайуандар ағзаһы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырмы?
Хайуандар ағзаһы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырмы?

Пациентҡа – 57 йәш. Ул дауалай алмаҫлыҡ йөрәк ауырыуынан яфаланған. Операция уңышлы үткән, әлегә ауырыу үҙен яҡшы тоя. Белгестәр әйтеүенсә,  ир өсөн был операция ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер өмөтө булған. Әлегә ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Мэриленд университетының медицина үҙәгендә әйтеүҙәренсә, пациентҡа кеше йөрәге трансплантацияһы үткәреү мөмкинлеге булмай. Башҡалар ҙа уны яһауҙан баш тарта. Яһалма йөрәкте ҡулланыу ҙа рөхсәт ителмәй. АҠШ-тың Аҙыҡ-түлек һәм медикаменттарының сифатын санитар күҙәтеү  идарлығы Яңы йыл алдынан ашығыс рәүештә эксперимент рәүешендәге операция яһарға рөхсәт бирә. Сөнки ирҙең ғүмерен бары тик йөрәк күсереп ултыртыу ярҙамында ғына ҡотҡарып ҡалыу мөмкин була.

Әлбиттә, Беннет исемле был иргә хирургия ярҙамы эксперименталь рәүешендә яһалыуын һәм билдәһеҙ хәүеф менән бәйле булыуы хаҡында аңлаталар. Уның уңышлы килеп сығырына бер кем дә алдан гарантия бирә алмай.

https://lenta.ru/brief/2022/01/11/heart/

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: