-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2022, 13:05

Холҡоң ниндәй?

Ҡан төркөмөнә ҡарап, кешенең холҡон да асыҡлап була икән. Эйе, ысын.

Холҡоң ниндәй?
Холҡоң ниндәй?
Япондар танышҡанда әңгәмәсеһенең ҡан төркөмө ниндәй булыуы менән ҡыҙыҡһына. Йәнәһе лә, алдан уҡ уның менән үҙен нисегерәк тоторға кәрәклеген күҙаллай.
Ҡаны 1-се төркөмгә ҡарағандар – тыумыштан уҡ лидер, үҙ алдына ниндәй ҙә булһа маҡсат ҡуйһа, уны үтәп сығырыға тырышасаҡ. Алға хәрәкәт итеү өсөн дөрөҫ йүнәлеште табырға һәләтле. Үҙ көсөнә ышана, хистәргә лә бирелеп китеүсән. Ә йомшаҡ яҡтарына килгәндә инде: көнсөл, ығы-зығылы, мин-минлеге бик көслө.
2-се төркөм ҡан гармонияға ынтылыусы, тыныслыҡ һәм тәртип яратыусы кеше тураһында һөйләй. Аралаша белә, һиҙгер һәр кешегә ҡарата “тәмле” телле. Кәмселектәре: кирелек һәм эшкә бирелеп, ял итә белмәү.
3-сө төркөм ҡан – формалашып бөткән индивидуалист. Йәғни уның үҙ мәнфәғәттәре иң беренсе урында. Асыҡтан-асыҡ рәүештә үҙенә нисек кәрәк, шулай эшләй. Бар нәмәгә тиҙ яйлаша, холҡо һығылмалы, фантазияға бай. Әммә үҙ аллы булырға ынтылыу артыҡҡа китеп, уның йомшаҡ яғына әйләнә.
4-се ҡан төркөмө кешеләре тыныс, баҫынҡы. Ғәҙәттә, уларҙы яраталар, уның менән аралашҡандар үҙҙәрен яҡшы хис итә. Әңгәмәсеһенең күңелен аса беләләр, шул уҡ ваҡытта әҙәпле һәм ғәҙелдәр. Әммә ҡайһы ваҡыт киҫкен булалар, икеләнеп бер ҡарарға килә алмай оҙаҡ йөрөйҙәр.

Фото: news-rbk.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: